Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 23:21

Оҫталыҡ дәрестәренә рәхим итегеҙ!!

Баш ҡалабыҙҙың Михаил Нестеров исемендәге музейҙа «Эбру оҫтаханаһы»нан ижади оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ.

Улар музейҙың бер залында үткәрелә. Оҫталыҡ дәресенән һуң музей залдары менән танышып сығырға мөмкин. Фотоға һәм видеоға төшөү рөхсәт ителә.
Оҫталыҡ дәресендә дүрт йәштән өлкән балалар һәм өлкәндәр ҡатнаша ала, материалдар биреләсәк. Сара Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27 адресы буйынса уҙғарыла. Телефон аша яҡынса яҙылыу мотлаҡ: 8 917 733 92 98.
Читайте нас: