26 ғинуарҙа уҙасаҡ фестивалгә X–XI синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла. Был көндө оҫталыҡ дәрестәре, «түңәрәк өҫтәл»дәр, видеокүперҙәр, ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар көтөлә. Фестивалдә яңы проект иғлан ителеп, «Йәш хәбәрселәр» клубы төҙөләсәк.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ғариза бирергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифен (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефонын, синыфы йәки курсын, электрон почтаһын күрһәтеү мотлаҡ. Бөтә һорауҙарға яуаптарҙы 8 (347) 273 – 93 – 12; 8 – 965 – 656 – 26 – 56 телефондары буйынса алырға мөмкин.