-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 17:49

«БашИнста – 2020» премияһының еңеүсеһе

Кем «Инстаграм»да ултыра, «Башҡорт йорт хужабикәһе» («Башкирская домохозяйка») аккаунты менән таныштыр.

Баҡтиһәң, уның хужабикәһе Миләүшә Шәйхисламова икән. Яңыраҡ ул «БашИнста – 2020» премияһын тапшырыу сараһында «Халыҡ блогеры» һәм «Йыл вайнеры» номинацияларында еңеүсе булды. 69 мең 500 кеше уның блогын күҙәтеп бара.
Өфө ҡыҙы Миләүшә баш ҡалала тыуһа ла, мәктәп йылдары Әбйәлил районының Хәлил ауылында үткән. Олатай-өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән. Мәрәкәсел олатаһы ейәнсәрендә тормошҡа үҙ ҡарашын һалған. Шуға ла ул тормошҡа үҙенсәлекле юмор аша ҡарай.
Миләүшә ғаиләһе менән Өфө янындағы Дорогин ауылында йәшәй. Иптәше Альберт – Нуриман районынан, эшҡыуар. Ҡыҙы Азалиә V синыфта уҡый.
Миләүшә Шәйхисламованың иң күп яҙылыусылары – Өфөнән, икенсе урында – Ҡазандан, өсөнсөлә – Яр Саллы ҡалаһы. Уның ярҙамында башҡа халыҡтар башҡортса аңлай башлаған икән. Бының менән ул башҡорт телен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән.
Үҙенең дуҫтарына, милләттәштәренә, яҡташтарына һаулыҡ, тыныс тормош, бәхет теләй. Тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белергә өйрәтә һәм, әлбиттә, үҙенең видеолары аша барыһына ла яҡшы кәйеф өләшә.
Фото «ВКонтакте»нан алынды.
Читайте нас: