Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында төрлө форматтағы осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, мәҙәни-ағартыу саралары үтәсәк. Бынан тыш, матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар биреләсәк.
Әйткәндәй, ҡыуаныслы яңылыҡ та бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты республикабыҙҙа дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика Башлығы гранты еңеүселәренең береһе тип танылды. Үткән йылда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Рәсәйҙең биш төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында уҙҙы.