Олимпиадала ҡатнашыусылар өс эш төрө – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт буйынса тест яҙасаҡ, яҙма һәм телдән эштәр (әңгәмә йәки мәҡәлә хаҡында фекер алышыу) үтәйәсәк. Республика бәйгеһендә республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан телһөйәр уҡыусылар, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән милләттәштәребеҙ ҡатнашасаҡ.