"100 шиғыр" китабына Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы – 3000 дана, күләме – 150 бит.
Мостай Кәрим исемендәге фондтың күләмле акцияһы барышында Башҡортостан халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан "Инеш" нәшриәтендә уның "100 шиғыр" һәм "Беҙҙең өйҙөң йәме" йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты.
Фото: Мостай Кәрим исемендәге фонд архивынан.