Быйыл был сара республика кимәлендә 35-се тапҡыр үткәрелде. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта 700-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы сарала ҡатнашыусылар.
– Беҙҙең Баймаҡ ҡалаһының 4 - се лицейынан 4 уҡыусы уңышлы сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләр менән төбәк-ара олимпиаданың еңеүсе һәм призёрҙары булды. Бына улар: IX синыф уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина – еңеүсе (уҡытыусыһы – А. Р. Рәхмәтуллина), VIII синыф уҡыусыһы Инсаф Зәйнуллин (уҡытыусыһы – Л.Ә. Мырҙағәлина-Иҫәнбаева), X синыф уҡыусыһы Әҙилә Сәйетҡолова (уҡытыусыһы – Г. Һ. Сәйетҡолова), XI синыф уҡыусыһы Морат Сәхибгәрәев (уҡытыусыһы – Г. И. Яҡшыбаева) – призёрҙар. Башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ! – тип ҡыуанып һөйләй лицей коллективы.
Маладистар! Артабан да гел шулай уңыштар юлдаш булһын!