Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 14:10

«Йәншишмә»нең TikTok аккаунтына ҡушылығыҙ!

Дуҫтар, TikTok-та беҙҙең гәзиттең дә үҙ аккаунты бар. Унда һеҙ ҙә дуҫтарға өҫтәлә алаһығыҙ.

Гәзитебеҙҙең TikTok аккаунты – @yanshishma. Бында ҡуйылған видеоларҙы Йәншишмә хэштегы аша табырға була. Аккаунтыбыҙҙа гәзит менән бәйле видеолар урын ала.
Үҙегеҙ ҙә уны тулыландырыуҙа өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. «Йәншишмә» гәзите менән бәйле видеяҙмалар, видеооткрыткалар эшләгеҙ ҙә, 8 927 312 1545 телефонының ватсабына ебәрегеҙ. Беҙ уларҙы һеҙҙең исем-шәрифтәрегеҙҙе билдәләп, аккаунтыбыҙға ҡуйырбыҙ. Видеоның оҙонлоғо – 1 минуттан ашмаһын.
Читайте нас: