Төп геройҙың маҡсаты – ауылды иблистәрҙең һөжүменән һаҡлау. Унан башҡа, тыуған яҡтың матурлығы менән дә һоҡланырға мөмкин. Ландшафт нигеҙендә – Бөрйән районының тәбиғәте. Әлегә уйын тест режимында ғына, башҡорт эпосының виртуаль донъяһына Стәрлетамаҡтағы виртуаль ысынбарлыҡ клубында ғына сумырға мөмкин. Оҙаҡламай «Зәрҡүм – VR» уйынын халыҡ-ара майҙансыҡҡа ла сығарырға ниәтләйҙәр.