Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 11:41

«Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашығыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашырға саҡыралар.

Бында ҡатнашыу өсөн туған телдең иң популяр һүҙҙәрен күрһәткән видео яҙҙырып, #ЭтоСловоЗнаютВсе #МирРодныхСлов #ДеньРодногоЯзыка хэштектары менән 20 февралгә тиклем социаль селтәрҙәргә ҡуйырға кәрәк.
Бер видеояҙмала бер герой ғына булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ менән таныштыра:
1) Һәр кем (үҙенең милләтен әйтә) … һүҙен белә», артабан кейем-һалымға ҡараған һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла;
2)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙенең тәмен белә», артабан милли аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе әйтелә;
3)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙен ишетеп белә», артабан музыка ҡоралын аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе белдерелә.
Йөкмәтке Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел.
Был интернет-акцияны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар Дуҫлығы йорто ойоштора.
Читайте нас: