Әйҙәгеҙ, илебеҙҙе фашизмдан яҡлаған батырҙарыбыҙға үҙебеҙҙең ижад аша ихтирамыбыҙҙы белдерәйек.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға һәм өлкәндәр фронттамы, тылдамы – һәр кем Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҙур өлөш индергән.
Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы хәтерҙе үҫеп килгән быуынға еткереү. Уҡыусыларҙы китаптар, хәтирәләр, ғаилә альбомдары менән таныштырыу, ата-бабаларының һуғыш менән бәйле ваҡиғаларын бәйән итеү.
Конкурста ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренең һуғыш йылдарындағы батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары хаҡында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, тарих фәндәре докторы, полковник, хәрби тарихсы, ветеран Аркадий Никоноровтың "Ҙур һуғыштың бәләкәй геройы" тигән китап-трилогияһы менән дә танышасаҡ.