+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
21 Сентябрь 2021, 14:06

«Моңға бай Йомабай» республика онлайн-акцияһы бара

Атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, республика халыҡ ижады үҙәге «Моңға бай Йомабай» акцияһын ойоштора. Ҡатнашыу өсөн видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә хэштектар менән (#ЮмабайИсянбаев130лет #ЙомабайИҫәнбаев130йәш #ҡурайсы #РЦНТРБУфа #РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ #МКРБ) урынлаштырырға кәрәк.

«Моңға бай Йомабай» республика онлайн-акцияһы бара
«Моңға бай Йомабай» республика онлайн-акцияһы бара

Йомабай Иҫәнбаев Хәйбулла районы Үрге Смак ауылында тыуған. Ул - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы, үлгәндән һуң 1991 йылда Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы исеме бирелә. Ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге музыканттарҙың береһе.

Әлеге көндә Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев музейы эшләй. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе лә ойошторола.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: