+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Аҫылташ» форумы 8 авгусҡа тиклем эшләйәсәк

Йылайырҙа «Аҫылташ» мәғариф йәштәр форумы бара. Ул 8 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Унда 18 йәштән 25 йәшкә тиклемге заман менән бергә атлаған, алдынғы ҡарашлы 50-гә яҡын йәштәр йыйылған.

«Аҫылташ» форумы 8 авгусҡа тиклем эшләйәсәк
«Аҫылташ» форумы 8 авгусҡа тиклем эшләйәсәк

Был форум халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу, маҡсатлы йәштәрҙе берләштереү маҡсатында ойошторола. Ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: этноквестар, интерактив, оҫталыҡ дәрестәре, спикерҙар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, уңышлы булыу серҙәренә өйрәнеү мәктәптәре үтәсәк. Форум башында «Ни өсөн йәштәр республиканан китә?» темаһына әүҙем фекер алышыу булды. Хәҙерге заман йәштәренең уй-хыялдарға бик бай булыуы ҡыуандырҙы, үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр.

 

 

Фото: https://vk.com/zilairskij.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: