+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Август 2021, 15:58

Тағы ла биш яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа киләсәк

Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә моделле муниципаль китапханалар булдырыу буйынса өҫтәмә һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Конкурс еңеүселәре араһында беҙҙең республикабыҙҙан да китапханалар бар.

Тағы ла биш яңы быуын  китапханаһы барлыҡҡа киләсәк
Тағы ла биш яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа киләсәк

Улар – Ишембай районы Үрге Этҡолдағы 11-се филиал, Ҡыйғы районындағы Түбәнге Ҡыйғы, Иглин районындағы Көҙәй ауыл, Дыуандағы зона, Салауат районындағы Торналы ҡасаба китапханалары. Был китапханаларға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 5 миллион 100 мең һум аҡса бүленәсәк. Әлеге сумма уларҙың эшмәкәрлеген яңыртыу, матди-техник нигеҙен нығытыу, китап фондын яңыртыу, һөҙөмтәле идара итеү моделдәрен индереүгә йүнәлтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проектына ярашлы, республикабыҙ китапханалары йыл һайын һайлап алыу конкурсында ҡатнаша. Әлеге көндә Башҡортостандың Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел һәм Туймазы райондарында биш заманса яңы быуын китапханалары булдырылған.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: