+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2022, 17:10

Алда 2 мең саҡрым юл көтөлә

30 сәғәт туҡтауһыҙ юл һәм 2 мең саҡрым ара...

Бөгөн Өфөнән Донбассҡа гуманитар ярҙам оҙатылды. Төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, кейем, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары Донецк, Луганск һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән Петровское ҡалаларына барып етәсәк.

Белеүегеҙсә, быға тиклем ике гумантир ярҙам оҙатылғайны. Быныһы – өсөнсөһө. Дүртенсе һәм бишенсе йөк тейәлгән гуманитар конвойға тейәләсәк әйберҙәр тупланған. Улар дуҫ республикаларҙың ихтыяждарынан сығып  йыйылған.

Фото bashinform.ru сайтынан алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: