+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2022, 17:30

Осрашыуға килегеҙ!

Белорет ҡалаһындағы белем усағына – 60 йыл. Был фотола – 1987 – 1992 йылдарҙа уҡыусы пионерҙар.

Интернат-мәктәп 1961 йылдың декабрендә үҙ ишектәрен аса. Етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн тәғәйенләнә ул. Иң беренсе директоры — Иван Васильевич Сатонин. Аҙаҡ Ғабдулла Ғиниәтулла улы Заһитов була. Төрлө йылдарҙа шулай уҡ Фәрит Фәйзрахман улы Рәхмәтуллин, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡовалар етәкселек итә. 2012 йылдан Гөлнара Зариф ҡыҙы Зәйнетдинова директор булып эшләй.

Кемдәр был уҡыу йортон тамамлаған, барыһын да 27 май сәғәт көндөҙгө 1-ҙә Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 178-се йорт адресы буйынса көтөп ҡалалар. Рәхим итегеҙ.

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: