+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
4 Ноябрь 2021, 08:00

Киләсәктә лә һынатмаһын!

Регина Байғужина VI синыфта «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Телһөйәр, илһөйәр, рухлы, сая ҡыҙ баш­ҡорт телен яратып өйрәнә. Ма­тур йырлай, шиғыр һөйләргә лә әүәҫ.

Әлеге ваҡытта ҙур кинәнес менән «Урал батыр» эпосын ятлау менән мәшғүл. Шиғырҙар ҙа яҙа, ҡул эштәренә лә бик оҫта ул. Һәләтле ҡыҙ киләсәктә лә һынатмаҫ, ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшер, тип уйлайбыҙ.

Рәйфә ТҮЛЕБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.

Ғәзиздән-ғәзиз кеше

Ерҙә әсәйҙәр булмаһа,
Донъя ла бөтөр ине.
Әсәй ҡояш нуры кеүек,
Ғәзиздән-ғәзиз кеше.

Әсәйҙәр булғанда ғына
Тирә-яҡ та йәмлерәк.
Нисә йәштә булһаҡ та беҙ,
Һәр кемгә әсәй кәрәк.

Ярҙам итәйек

Көҙҙәр ҙә етте,
Тышта бик һыуыҡ.
Ә ҡоштар ем эҙләй
Ағасҡа ҡунып.

Дуҫтар, әйҙәгеҙ,
Ярҙам итәйек.
Уларға тағараҡ
Йыл да эләйек.

Ҡәҙерле башҡорт телем

Туған телем – башҡорт теле,
Атам-әсәмдең теле.
Һин – донъяны танытыусы,
Тел асҡысы биреүсе.
Моңло йырҙай яғымлы
Ҡәҙерле башҡорт телем.
Уҡыйым, яҙа ла беләм,
Мәктәптә алам белем.

Регина БАЙҒУЖИНА.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: