+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
14 Ноябрь 2021, 08:00

Көҙ менән дуҫлаштыҡ

 

Йәй менән хушлаштыҡ,

Көҙ менән дуҫлаштыҡ.

Япраҡтар ҡойола,

Ҡоштар юл ала.

Алик ЗАҺИТОВ.

 

Йәй

Эҫе йәйҙең көндәрендә

Һыу индек беҙ күлдәрҙә.

Ҡояшта сынығып үҫкәс,

Ауырымайбыҙ бер ҙә.

Самат ҺАТЛЫҠОВ.

  

Сәскәләр

Роза сәсте сәскәләр,

Иртә-кисен һыу һипте.

Төбөн утап йомшартҡас,

Улар үҫте лә китте.

 

Әмир МӨХӘМӘТОВ, III синыф уҡыусылары.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: