-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
23 Июль 2021, 10:06

Беренсе мөхәббәт

Хикәйә

Хыялымда ғына булһа ла, һин – минең кәләшем. Үҙең әйттең, маңлайыбыҙға шулай яҙылған булған! Беҙ ергә кейәү менән кәләш булараҡ килгәнбеҙ бит. Хоҙай беҙҙе шулай яратҡан...

***

Ҡәртнәйем (беҙҙә ҡартәсәйҙе шулай атайҙар) янында йылы, йомшаҡ. Көсөк балаһылай бөгәрләнеп, ҡәртнәйемә һыйынып ҡына ятам. Таң атҡаны һиҙелмәй ҙә, исмаһам, берәй төш күреп өлгөрһәмсе?!

Тәүҙә генә әҙерәк ел олоуын тыңлап ятам. Ул тәҙрә алдындағы акацияларҙы өй ҡыйығына бәрә, иңкәйтә бахырҡайҙарҙың билен. Тегеләр бирешмәгән була. Өй ҡыйығына һуғылалар, шунан тағы тураялар: ыңғырашмайҙар ҙа, буғай. Уларҙың иңрәүен тыңлайым. Уҫал ел өй мөйөштәрен ҡапшай, иҫке мүкте йолҡҡослар­ға маташа. Хәс тә ас бүре... Әллә, ысынлап та, ас бүреләр өй тирәләй йөрөймө? Беҙ – йылыла, юрған аҫтында! Ғәйшә ҡәртнәйемдең ҡуйынында тыныс, рәхәт. Ул: «Һин – миңә иптәш», – ти, күңелем үҫә. Мин – дәү кеше, мин – ҡәртнәйемә иптәш!

Ғәйшә ҡәртнәйем, кәйефе бул­һа, әкиәт һөйләй. Беләм, мине тиҙерәк йоҡлатырға тырыша ул. Ҡыҙыҡ, ҡурҡыныс ҡәртнәйем әкиәттәре...

Әкиәттәреңде һөйлә, йыбанма, ҡәртнәйем!

– Бабай менән әбейҙең өс улы була. Үҫеп еткәс, былар кәләш һайларға уйлай. Олоһо – Таубатыр болоттай йоҡа тәнле, зифа буйлы һылыуҙы иш итә. Йәнәһе, ҡыйғас ҡашлы кәләше батырҙы көйһөҙ көнөндә болот һымаҡ ҡосоп иркәләтә, күңелен бушата була...

Уртансыһы – Урман батыр йыуантаҡ буйлыны һайлай... Дөрөҫөрәге, өлөшөнә айҙай түңәрәк йөҙлө, туптай түп-түңәрәк кәүҙәле сибәркәй сыға... Урман батыр ҙа ҡәнәғәт: йәнәһе, Йыуантаҡ унан ситкә китеп, сабыу­лап йөрөмәҫ, тос таш ише ҡуйынында ғына ятыр, көйһөҙ көндә иркәләп, йәнен баҫыр.

Кинйәнең өлөшөнә тәлмәрйен сыға. Оло ағайҙар тәгәрәп ятып көлә:

– Таҙ, өлөшөңә төшкән көмөшөң – тәлмәрйен һылыуыңды ҡосаҡла ла ят... Теләһәң – усыңа һалып, теләһәң кеҫәңә тығып йөрөтә алаһың, һәр ваҡыт үҙең менән!

Ныҡ бошона Таҙ был эшкә, ата-әсәһенә үпкәләй. Үпкәһен әйтер ҙә ине, бабай менән әбей бер көн ҡартайып үлеп китә. Үлер саҡта бабай:

– Уландар, өлөшөгөҙгә төшкән көмөшөгөҙ, ҡәнәғәт булығыҙ! – ти. Әбей кинйәһенең башын һыйпай:

– Кинйәм, танауыңды төшөрмә: маңлайыңа яҙғаны шул бул­ғас...

Бабай менән әбей, балалар алдындағы бурысты атҡарҙыҡ, был донъя менән иҫәп-хисабыбыҙ өҙөлдө, тип тыныс күңел менән баҡыйлыҡҡа күсә.

Таҙҙың иһә хәсрәте оло. Туй булаһы, ҡауышаһы көндө лә бик бойоҡ икән был. Атай-әсәй ҡайтмаҫ ергә киткән, фатихаһы алын­ған...

Йоҡларға ятыр алдынан, кейәүенең хәлен күреп, хәйләкәр тәлмәрйен йылмая ғына. Утты һүндерәләр, кейәү тәлмәрйен кәләшен өҫтәл өҫтөнә ҡуя ла түшәгенә сума. Ғәрлегенән күҙҙәрен сытырҙатып йома... Асһа, баш осонда – хур ҡыҙы. Бер бите ай, бер бите ҡояш – ялҡынланып яна ғына. Бал ҡортондай нескә биле, зифа ҡамыштай йоҡа кәүҙәһе... Хәс тә әле генә алтын күлдән сыҡҡан һыу эйәһе – Һыу­һылыу! Таҙҙың башы әйләнеп китә: күҙҙәре ҡамаша был әкиәткә. Ҡаршында – хан ҡыҙы, иҫ-хуш киткес сибәркәй...

– Кем һин?

– Һинең кәләшең, Таҙ!

– Миңә атайым йәрәшкән кәләш – тәлмәрйен, – тип көйөп яуаплай Таҙ.

– Мин инде ул – һинең тәлмәрйенең! – тип йылмая икән һылыу һаман...

Уңарса төн ҡараңғылығында ул һылыу ҡыҙға әйләнә, имеш. Ә көн яҡтыһы тыуыу менән ҡабат тәлмәрйен тиреһе эсенә ҡаса... Улым, һин дә кәләш һайлаһаң, ҡарама беләгенә, ҡара уның йөрәгенә!.. Ҡайһы саҡта йөҙгә ямаҡ, йәмһеҙ тигәнең дә иң аҫылы булып сыға...

Инйәр әлегә өләсәһенең тел төбөн аңғармай. Бәләкәс бит әле ул, үҫкәс, төшөнөр.

Төшөнөүен төшөнөр ҙә ул, ә бик һуң булмаҫмы, йәмәғәт?

Ниңә Ғәйшә ҡәртнәйемдәр урамын «Ҡуянсыҡ» тип атағандар? Әүәл, бик күп замандар элгәре, ҡуяндар үрсеп киткән. Шул шеш ҡолаҡ, ҡыҫҡа ҡойроҡтар хатта ауылға ла килеп керәләр, имеш – рәхәтләнеп урам буйын ҡыҙырып йөрөйҙәр, ти.

Элек әүен артындағы Ҡаштаҡ башында ҡайындар ҡотороп үҫкән – ҡуяндар шул сауыл араһынан килеп төшә икән ауылға. Ҡәртнәйемдәрҙең урамын бик яратҡан шеш ҡолаҡтар... Хәҙер Ҡаштаҡ түбәһе пеләш кеше башына оҡшап ҡалған. Ҡайындары ҡырҡып ташланған, сиҙәме аҡтарылған, өҫтөнән оло юл үтә.

– Ҡуяндар ҙа һирәк төшә хәҙер беҙҙең урамға, улым, – тип ослай хикәйәһен ҡәртнәйем, ауыр һулап. Мин ойойом. Әлбиттә, был юлы төш күрәсәкмен, төшөмдә Ҡуянсыҡ урамына шаян ҡуяндар килеп туласаҡ. Улар рәхәтләнеп йөрөйәсәк ҡәртнәйемдәр урамында.

Һыуыҡ көндәрҙә икәүебеҙ бәләкәй мейескә һырығабыҙ. Унда икмәк бешермәйҙәр, өйҙө йылытыр өсөн генә яғалар. Шул мейесебеҙ артында ара бар, шунда өйгә ингән кешенән йәшеренергә лә мөмкин. Ҡәртнәйем араға кәнфитен дә йыя, буғай. Мин аҡыллы, буташмайым. Һораһаң да бирә ул!

Күрше ҡыҙҙары өйөбөҙгә килеп тулғас, шул мейес артында ла ҡасыш уйнаныҡ.

– Инәләре аръяҡҡа ҡунаҡҡа киткән, шуға балаларын беҙгә ҡалдырҙылар, – тип аңлата миңә ҡәртнәйем. Мин Мәрзиә тигәнен беләм инде. Минең тиңдәш ул, бетле баш. Уның менән уйнағым килмәй. Һеңлекәштәре аҡыллы, матур былай, ә Мәрзиә – бетле баш. Сәсенә ҡағылһам, бете миңә лә йоғор төҫлө. Шуға унан ситтәрәк уралам.

Мейес артына йәшеренеп туй­ғансы шаярҙыҡ. Ҡәртнәйем ни­ңәлер тыймай, «Башым әйләнә, шауламағыҙ», – тип тә орошмай. Өҫтәл артына теҙеп ултыртып сәй эсерҙе, шунан тағы уйнап алдыҡ.

Ғәтиәт ағайым эштән арып ҡайтҡан, ахырыһы, иртә ятты, беҙ уйламайбыҙ ҙа.

Ғәйшә ҡәртнәйем ошо кис миңә тәүләп хыянат итер тигән уй башыма ла инеп сыҡмай. Ә ул, ысынлап та, хыянат итте. Урынды нисек йәйҙе ул? Үҙенең янына Мәрзиәнең һеңлеһен һала, ә мине – Мәрзиә менән.... Ишетәһегеҙме, мине бетле баш менән ҡушмаҡсы ҡәртнәйем.

Үҙе менән йәнәш, әүәл өйрәнгәнсә, һалһа ни була? «Инйәр, улар өсәү, – тип аңлата, – бергә һыймайҙар. Мин бәләкәстәрҙе айырым ятҡырам, ә һеҙ – Мәрзиә менән...»

Үлтерҙе ҡәртнәйем: бетле баш менән ҡуша!

Үҙем дә иҫәр: ҡаршы һүҙ ҡата алмайым, баҫҡан урынымда ҡатып тик торам. Табандарым һал­ҡын иҙәнгә упсығанмы ни? Илай ҙа алмайым, телем дә әйләнмәй... Бүтән карауат юҡ өйҙә – аңлайым, йүгереп ҡайтып ҡына китер инем – тышта дөм ҡараңғы. Убырлы әбей йә тау эйәһе йөрөйҙөр Ҡаштаҡ битендә. Ҡуянсыҡ урамына төндә ендәр ҙә килеп төшә, тиҙәр.

Бына ҡәртнәйем етеле кәрәсин лампаны ла һүндерҙе, дөм ҡараңғы эсендә Мәрзиә менән икәүҙән икәү ҡалдыҡ. Нишләргә? Ниндәй әмәлен табырға, тип баш ватам һаман. Әгәр Мәрзиәнең оҙон сәсендәге беттәр миңә күс­һә, бөттө баш. Бетле баш Инйәр булып йәшәйәсәкмен бынан ары. «Юҡ», – тим эсемдән генә, быға юл ҡуйырға ярамай: башымды Мәрзиәнән ситкәрәк алам. Хәсрәт тоҡсайы, хәйерсе, мендәре лә берәү генә бит. Ҡәртнәйемә мендәре йәл – икебеҙгә берәүҙе һалған!

Башымды Мәрзиәнекенә тейгеҙмәҫкә тырышып һағалап ятам. Тегенең иҫе лә китмәй: миңә арты менән әйләнде лә әүен баҙарына китте. Ә мин... Күҙ ҙә йоммайым, башымдың Мәрзиәнекенә теймәүен күҙәтәм. Саҡ ҡына ла теймәһен уныҡына!

Дерелдәйем, ҡалтыранам: йөрәгем ус төбөндә генә һымаҡ. «Был ниндәй яза, ҡайҙан төштө башыма был бәлә?» – тип үрһәләнәм эсемдән. Тешемде ҡыҫам, ирендәремде сәйнәп бөттөм. Ҡасан бөтөр был бәлә, ҡасан ҡотолормон был ғазаптан? Ҡайҙан килеп юлыҡтым мин был өйгә? Үҙебеҙҙә лә рәхәт ине бит – ҡәртнәйемдәргә тип атлыҡтым, ике өй араһын бер итеп йөрөп өйрәнгәнмен бит инде. Шул төҫ, таман һиңә, урам хәйерсеһе! Таман, таман!.. Әсәйем дөрөҫ туҡыған: ауылсы әбейҙәр һымаҡ хәйерселәп тик йөрөйһөң, тип хаҡ әйткән.

Йөрәгем – ус төбөндә, тибрәнеп ятам. Мәрзиә, бисара, етмәһә, башын һаман юғарыраҡ, юғарыраҡ һала. Мин унан ҡасам тип, һаман арыраҡ шылам, арыраҡ... Башым бөтөнләй мендәр­ҙән шыуып төштө, хәҙер ҡаҡ тимер ҡырында ята. Әллә бисура юрый шулай ҡылана – минең сир­ҡанғанды белеп, оторо башын ауыҙыма тығып килә. «Мә, бетем һиңә лә йоҡһон», – тиме икән? Яһил ҡәртнәйем, бетле баш Мәрзиә. Ҡәртнәйем, өҫтәүенә: «Ул һи­нең тиңдәшең, татыу йоҡлағыҙ», – тигән булды. Татыу йоҡларһың бында!

Тирләйем, бышлығам: тулайым, тибенәм, ә Мәрзиә бер ни һиҙмәй, әллә юрый сер бирмәй ята. Көлә минән. Язаланһын, яфаланһын, тиҙер инде. Шул төҫ миңә, шул таман. Бүтән ҡәртнәйеңә килмәҫһең, шунда ҡуна ҡалмаҫһың! Үҙеңдең өйөң бар, әсәйең бар...

«Йә, хоҙай, ошо төндө генә имен-аман сыҡһам, Мәрзиәнән бет йоҡмаһа, был өйгә зат та аяҡ баҫмаясаҡмын!» – тип үҙ-үҙемә анттар бирәм, тәүбәләр яуҙырам.

Ҡасан таң атыр? Был төндө имен-аман сыға алырмынмы? Хоҙай үҙе генә белә был хаҡта. Ҡәртнәйем әйтмешләй, ул ярлыҡаһа, ярлыҡар, ә ярлыҡамаһа... Бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп.

Үҙемдең нисек ойоп китеүемде һиҙмәйем. Ойоғас, онотолғас, вәғәҙәләр ҙә, анттар ҙа иҫтән юйыла.

Иртәнсәк иртүк үҙ өйөбөҙгә ҡайтып китерменме икән? Бүтән һөйөклө ҡәртнәйемдәргә аяҡ та баҫмаҫмын, бүтән ҡалмаҫмынмы был өйҙә?

Ошо хәлдән һуң биҙерменме ҡәртнәй өйөнән?.. Әгәр ҙә ул мине ҡабат шул Мәрзиә менән ҡуша һалып ҡуйһа?

Ҡәртнәйем менән йомшаҡ түшәктә рәхәт ине лә ул... Юҡ, мин инде Мәрзиә менән йоҡларға теләмәйем! Баш күтәрәм!

Атайымдың әсәһе ул Ғәйшә ҡәртнәйем, мине ныҡ ярата. Улар­ға барһам, арҡамдан тапап һөйә. Уларҙа ирмәк, төрлө ҡыҙыҡ әйберҙәр, уйынсыҡтар күп, ҡартнәйем гел күстәнәс менән һыйлай.

«Ғәйшә ҡәртнәйемдәргә барам!» – тим дә торам. «Өйҙә йәм тапмайһың, – ти әсәйем, – ауылсы әбейҙәр һымаҡ хәйерселәргә генә һиңә...»

Башымды эйеп баҫҡанмын, өндәшмәйем. Йәнем көйә, эстән үрһәләнәм. Әсәйем ни эшләп мине аңламай, хәлемә инмәй икән? Ҡәртнәйемдәргә бараһым килеп тик тора ла баһа!

– Мин ҡәртнәйемдәргә барыр­ға беләм! – тим һаман тыйылмайынса.

Хәҙер әсәйем һүҙ ҡатмай, үҙ эшенә мәшғүл кеше була: оло ҡоштабаҡҡа сепарат тәрилкәләрен сыңғырлата, һөтлө һыуҙы сыйпылдата. Иртән һөт айырт­ҡайны ул: әле сепарат тәрилкәләрен шаулатып йыуыуы ҡаймаҡ ашарбыҙ тигәнгә ишара инде. Минең уға иҫем дә китмәй.

– Арт яҡтан ғына үтәм дә Ҡуянсыҡ урамына сығам, инәй.

– Арт яҡ ул кемдәр яғы?

– Рауфат ағайҙар баҡсаһы буйлап... Ҡаштаҡҡа табан...

– Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө, эт-ҡошҡа тарыма!

– Ярар, инәй.

– Ҡәртнәйеңә, ана, тишек бәшәйенде күрһәт!

– Ярар.

Рауфат ағайҙар баҡсаһы артынан уҡ тау башлана. Ололар уны Ҡаштаҡ тип тә йөрөтә. Шул тауға бер-ике тапҡыр барғаным бар. Күршеләге тиңдәшем Наил (Рәзилә апайҙың малайы) менән сиҙәмдә лә аунағайныҡ. Юлды беләм. Ҡуянсыҡ урамы Рауфат ағайҙарҙың бәрәңге баҡсаһы артында ғына. Иң оста – умартасы Ҡытай ҡарт йорто, шунан тағы бер өй аша – ҡәртнәйемдәрҙеке! «Һә» тигәнсе бараһың да етәһең! Бәпәй ҙә аҙашмаҫ.

Ғәйшә ҡәртнәйемдәр йорто әүәл таш ҡойма менән уратып алынған булған. Хәҙер улай түгел – алғы яҡта бейек ҡойма, оло ҡапҡа, эргәләге ҡойоға илтеүсе һуҡмаҡ, бары бәрәңге баҡсаһы ғына таш ҡойма менән уратыл­ған. Ҡыҙыҡ ул – Ҡытай стенаһына оҡшаш: киңлеге генә ярты ҡолас барҙыр, буйҙан-буйға һуҙыла ла һуҙыла. Мин шул таш ҡойма башында уйнарға яратам. Шунда менеп атланһам, донъям онотола.

Был юлы ла шулай буласаҡ. Тура өйгә, ҡәртнәйем янына кермәй, таш ҡоймаға атланып аласаҡмын.

Ғәйшә ҡәртнәйемдәрҙең мал һарайы хаҡында ла һөйләп үтәйем. Ул да – таштан. Ҡотлояр ҡарттайым мәрхүмдең ир балалары күп булған, ул күмәк уғландары менән Игентауҙа таш ҡаҙыған. Ҡоймаһын таштан нығытҡан, һарайҙарын таштан һалған, ҡойоһон таш бура менән бураған. Шуға үҙенә лә Таш тигән ҡушамат таҡҡандар. Шунан киткән Таш нәҫеле.

Ә мин әле таш ҡойма башында ултырам, шунан тирә-яғымды байҡайым. Бар Ҡуянсыҡ урамы ус төбөндәгеләй... Ҡотлояр ҡарттайым, уның донъяһы тураһында уйым. «Вәт, әй, тим эсемдән, шәп йәшәгән ҡарттайым. Йәшәй белгән, ныҡ булған донъяһы, күңелле үткән ғүмере».

Шул мәл мине ҡәртнәйем шәйләй. Себештәренә алабута менән бәрәңге бутап бирҙеме икән?

– Инйәр?

– Әү...

– Нишләп ултыраһың?

– Һеҙгә килдем...

– Килгәс, кер һуң...

Ҡәртнәйем алдыма сеүәтә ҡуя. Ә унда – ҡатыҡ. Тағы бәләкәй көршәк килтереп ултырта. Беләм: уныһында – ҡаймаҡ.

– Етеш, етеш, улым! – тип ҡыҫтай ҡәртнәйем. Ярата ул мине, бәләкәй ҡунаҡты ихлас һыйлай. Икмәген телә, йәшел көршәкте яҡыныраҡ этә.– Инәйең өйҙәме?– Өйҙә, – тим мин. Ул хәл-әхүәл белешә, ә мин яуап ҡайтарып өлгөрә алмайым, эшем ҡаты. – Рафиҡ та өйҙә.– Әнисә илаймы?– Ул илаҡ инде.Тамаҡты һыйлап алғас, өй буйлап сәйәхәт ҡылам. Бүлмәнән бүлмәгә йөрөйөм. Барыһы ла ҡыҙыҡ. Төпкө бүлмәләрен дә асҡандар икән. Унда – өп-өр яңы донъя. Ана, ҡәртнәйемдең ағас ҡолғаһы ята. Ҡәртнәйем ҡашығаяғында эшен бөтөрҙө лә был яҡҡа сыҡты. Ҡолғаһын алып ултырҙы. «Йөн иләй, ахырыһы», – тип уйлап ҡуйҙым.– Әтейең ҡайҙа? Ураҡтамы?– Комбайны менән киткән...Ҡәртнәйем беҙҙең хәл-әхүәлдәрҙе белешә, мин теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарам. Ул йөн иләй, үҙе һөйләшеп ултыра, ә мин һаман бүлмә эсен тикшерәм. Тәҙрә туп­һаһына ҡыяр, помидор теҙелгән, ағас карауатҡа биҙәкле һүрәт сигелгән йоҡа балаҫ йәйелгән. Ә унда мышылар һыулау­ға туҡталған. Бер яҡ ситтәрәк балалары хәл йыйырға ятҡан. Шул мәл ҡыйғыр бөркөт күренде лә аҫҡа шиҡая башланы. Теге балаҡай­ҙарға һөжүм итергә иҫәбе...Миңә был өйҙәге һәр әйбер – мөғжизә. Ауыҙымды асҡанмын.– Бөгөн дә Мәрзиәләр киләме, ҡәртнәй?– Әллә?– Килмәһендәр!– Ниңә?– Мәрзиәләрҙе яратмайым!– Мәрзиә – аҡыллы ҡыҙ, улым. Һинең тиңдәшең! Кәләш итеп йәрәшһәң дә була. – Ғәйшә ҡәртнәйем көлә.– Юҡ!– Һеңлекәштәре матурмы әл­лә?– Береһен дә яратмайым!– Нишләп? Егет кеше кәләш йәрәшә, улым, бел. Мәрзиә – аҡыллы ҡыҙ, тиңдәшең...Мин ҡәртнәйемдең күрше ҡыҙ­ҙарына ҡул һелтәп соланға сығып олағам. Унда әллә нисә ҡат бул­ғаным бар. Бер үҙем инһәм, ҡур­ҡыныс: шунда мәскәй әбей, ендәр йәшеренгәндер кеүек. Солан эсе ысын келәт, төрлө әйберҙәр менән тулған. Ят монаяттар! Йәшниктәр, мискәләр теҙелгән. Кәрәҙле рамдар ҙа бихисап. Хатта ҡамыт, ыңғырсаҡ бар. Донъя­ның кәрәк-ярағы менән тыңҡыслап тултырылған шул солан гелән зиһенемде тартып тора. Ике дәү сапсаҡтың береһендә ҡәртнәйемдәр ҡыяр, икенсеһендә кәбеҫтә тоҙлай. Урыҫтар кеүек әскелтем ризыҡ яраталар. Тоҙло ҡыярҙы мин дә ауыҙ иткәнем бар. Әсерәк. Ә Ғәтиәт, Мазһар ағайымдар шул тоҙло ҡыяр ти­һәң, үлә. Ҡышын был бүлмәлә һалҡын. Ғәтиәт ағайым менән соланда буташып йөрөйбөҙ. Ағайым сапсаҡтан ҡыяр ҡапһа, миңә лә өлөш тейә. Әсе булһа ла, һыр бирмәйем, сырайҙы һытмайым. Мин ҙур бит хәҙер.Ҡәртнәйем соланда буташып йөрөгәнде яратмай. Ныҡ ороша. Сапсаҡтарҙың ауыҙын асырға ҡушмай. Шуға улар араһынан һаҡ үтәм. Сапсаҡтар туп-тулы. Ҡыяр быйыл мул тоҙланған, кәбеҫтә сапсағы ла күҙе менән... Бер кишер һәптерҙем! Ихатаға сыҡҡас, йәшереп кенә кимерермен.Эңер төштө. Һулыш алыуы еңел, өйгә керәһе лә килмәй. Ихатала мәж киләм: таштарҙан уба өйәм дә шуны тағы таратып ташлайым.Ағайымдар ҡайтты. Аръяҡта ҡоро утын йыҡҡандар. Икеһе лә арыған, шулай ҙа сәфәрҙән ҡәнәғәттәр. Йөҙҙәре алһыуланған, күҙҙәре осҡонланған. Атҡа ауыр була тип, йәйәү атлағандар, ахырыһы. Ғәтиәт ағайым, өлкән бул­ғас, ҡалыныраҡ, ҡалҡыуыраҡ, ә Мазһар ағайым төҫкә-башҡа матурыраҡ күренә. Аҡ йөҙлө, сөм ҡара сәсле, йылмайыуы ла ҡыҙ­ҙарҙыҡы һымаҡ. Малайҙарса шар­ҡылдап көлә, ә Ғәтиәт ағайымдың тауышы ҡалын, ирҙәрсә – ҡарлыҡҡаныраҡ. Улар икеһе гел бергә: утынға барғанда ла, бесән сапҡанда ла, утауҙа ла... Әммә һис тыныша алмайҙар. Юҡ ҡына сәбәптән, көҙгө әтәстәр ише, сәкәләшәләр ҙә китәләр. Әле дәү йөктө таш һарай алдына индереп бушаттылар. Эш бөттө, юл ыраны, был туғандар ниндәй татыу ағай-энеләр тип торғанда, бәхәс ҡупты: «Атты һин апар ҙа, һин илтеп ҡуй!» – «Мин арығанмын...» – «Мин – абзый, шуға һин тейеш»...Мазһар ағайым илар сиккә етә.– Минең үксәм сейнәлде, абзый... Итегем ҡыра...– Дубырҙы урағансы бер ни булмаҫ!– Хе... үҙең бар! Мин Мазһар ағайым яғында. Йәлләйем үҙен... Уның күҙенән йәше атылып сыға хәҙер.– Кемгә әйтәләр? – Ғәтиәт ағайым аяҡ аҫтында ятҡан сыбырт­ҡыһын баш осона күтәрә. – Йә!Мазһар ағайым эт шикелле шыңшып, ҡабат дилбегәгә тотона.– На!– Ҡара уны, – тип киҫәтә Ғәтиәт ағайым, – абай йөрө!– Өйрәтмә!– Өйрәтмәҫем!..Арба менән ат күҙҙән юғалғас, Ғәтиәт ағайым ҡаршыма баҫа.– Йә, егет кеше, ни эш бөтөрәһең?– Ҡала төҙөйөм!– Таш ҡаламы?– Эһе...– Таш балаһы таш ҡала һала инде, знамо.Тәүҙә ағайымдың нимәгә көлгәнен аңғармайым. Йән көйә, тик тышҡа сығармайым.– Мин таш балаһы түгел! – Ирендәрем турһайған, күкрәгем һыҙлағанын да тоям.– Ә кем балаһы?– Әсләм балаһы!– Ха-ха-ха. Вәт, маладис малай! – Ғәтиәт ағайым эсен тотоп көлә. – Инәй, ишетәһеңме, ул таш балаһы түгел, ә Әсләм балаһы...Күтәрмәлә ҡәртнәйем күренә.– Дөрөҫ әйтә улым.Шунда ғына эсемә йылы инә.– Кил әле, бәпкәм, кил! – Ҡәртнәйем мине тубығына һыйындыра. – Ҡалай дәү үҫеп киткән дә ул, ҙур булған. Кем улы икәнен дә белә. Һис аҙашмаҫ, һис бирешмәҫ үҙе. Ҙур кеше булыр!Ҡәртнәйем мине үҙе менән йоҡларға ятҡыра. Ул мине иркәләп ҡосаҡлай, яҫтығымды ипләй, юрғанымдың ситен ҡыҫтыра. Шуның өсөн дә ҡәртнәйемдәргә ашҡынып торам бит! Уның менән йылыла, йомшаҡта йоҡлаясаҡмын! Һәр һүҙен тыңлап ҡына йөрөйөм. Алабарман Ғәтиәт ағайым кеүек ҡыланмайым... Ҡәртнәйем мине ныҡ ярата, вәт!– Сисенеп ята тор, бәпкәм, – ти ҡәртнәйем.– Ятам, – тим, тыңлаусан малай мин. Ҡәртнәйем өҫтөмә ябып, ҡулбашымдан һөйөп китә. Үҙе бер сама ҡашығаяҡ тирәһендә булашасаҡ – эше бөтмәгән әле.– Ҡара, бәпкәм, бәшәйең тишек тә...Шунда иҫемә килеп төшә: әсәйем ҡәртнәйемә бәшәй яматырға әйткәйне...– Нисек шул тишек бәшәй менән йөрөйһөң, бәпкәм, тәпәйеңде өшөтөп. Хәҙер көҙ ҙә инде...Ауыҙ эсемдән генә мығырлайым:– Инәйем әйткәйне...– Бәшәй бәйләргә, типме?– Эйе...– Ниңә уны баштан уҡ әйтмәнең...Иртән көлтә нурҙарға күҙҙәрем сағылып уянам. Тышта ап-аяҙ, ҡояш нурҙарын ҡоя ғына. Өй эсенә яҡтылыҡ, һөйөнөс тулған. Әл­лә ҡайҙан талғын көй ағыла.Талы, талы,Талы бөгөлөп тора,Тағы бер күрәһем килеп,Йөрәк өҙөлөп тора...Әһә, радио, имеш. Радионан йырлайҙар, беләм инде. Рәхәт, ҡыбырлағы ла килмәй: шулай ләззәт сигеп, йомшаҡта аунай бирәм. Ашығаһы ерем, эшем, хәстәрем юҡ. Тыныс ҡына стенаға эленгән шаршау биҙәктәрен күҙәтәм. Бихисап сәскә, бөгөлөштәр, һырҙар төшөрөлгән шаршау. Ҡәртнәйем әйтмешләй, сигеү өҫтөнә сигеү... Күҙҙәремде шул һырҙарҙан, сәскәләрҙән алмайым. Улар бөгөлөп-бөгөлөп киткән, дуғаланып әллә ҡайҙа барып тоташҡан. Үҙҙәре сәскәгә лә, ҡомалаҡ һабағына ла тартҡан. Әллә эт эсәге үләне инде?.. Шул үлән дә сәскә атҡан булған бит әле! Кем сикте икән затлы шаршауға? Юҡ, был кеше ҡулдары менән төшөрөлмәгәндер – берәй машина-фәлән эшелер.Шаршауҙағы биҙәктәр зиһенемде биләгән: күҙҙәремде ала алмайым. Ҡәртнәйемдең үҙенең ҡулымы икән? Бындай сигеүҙәр­ҙе бүтән бер өйҙә лә сырамыт­ҡаным юҡ, тик Ғәйшә ҡәртнәйемдә генә – улар... Һуңынан, күп йылдар уҙғас, аңлармын: ҡәртнәйем үҙенең артынан, мишәр ауылынан килтергән икән шундай сигеүҙәрҙе... Улар был өйҙә беҙҙең Мәғҙән ауылы би­ҙәктәре менән ҡатышып бөткәндәр, ғәжәйеп бер ҡатнашма барлыҡҡа килтергәндәр, имеш.Шул ғәжәйеп биҙәктәр һуңынан да ғүмерем буйы күҙ алдымдан китмәйәсәк.Танауға тәмле еҫ килеп бәрелә. Ялан аяҡ көйө генә барып ишеккә ҡапланам. Ҡәртнәйем усаҡ алдында ҡоймаҡ ҡоя. Вәт, бәхет! Баштарым әйләнеп, күңелдәрем күтәрелеп китте. Ниндәй бәхет был! Ҡәртнәйем өйөндә генә шулай рәхәт, тыныс. Ниндәй йәмле иртә!Баҡтиһәң, өйҙә ҡәртнәйем менән икебеҙ генә аяғөҫтө икәнбеҙ, ағайымдар – хыр-хыр. Өҫтәлгә ҡайнар самауыр, майлы таба килеп ҡуныуға улар ҙа уяна. Беҙ алдан өлгөрәбеҙ, алдыбыҙҙа – ҡоймаҡ күбәһе. Әйҙә, бармаҡтарыңды, ирендәреңде майға буяп, тейен генә!Бер заман тыштан Мазһар ағайым йүгереп керә, артынан – Ғәтиәт ағайым.– Инәй!– Нимә?Тегеләр баҫтырышып йөрөй, ахырыһы: йыш-йыш тын алалар, быхылдағандар. Мазһар ағайымдың күҙҙәрендә – ҡурҡыу шәрәмәте...– Инәй, ҡарәле!– Иманыңды уҡытам мин һинең! – Ғәтиәт ағайымдың йөҙө аларған, күҙҙәрендә зәһәр ос­ҡондар сәсрәй, ҡулында – һыңар итек. Ул шул итеген Мазһар ағайыма атып бәрә.– А-а... – Итек, Мазһар ағайымдың ҡулбашына тейеп, ситкә ҡаҡсый. Минең түшәгем өҫтөнә!– Ғәтиәт!..Ғәтиәт ағайым ҡәртнәйем һү­ҙен ишетмәй инде, тышҡа атыла. Мазһар ағайым, сабый малай шикелле, шыңшып илай. Уның илауы көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Мин ауыҙымды асҡан көйө ҡатып ҡалғанмын.– Таң менән нимә бүлешәһегеҙ?– Ул мине, итегемә һыу ағыҙған­һың, тип туҡмай... – Мазһар ағайым һаман баҫылмай.– Уның итеген кейгәйнеңме?– Эйе...Хәҙер беҙ өсәүләп сәй эсәбеҙ. Ғәтиәт ағайым ҡасып йөрөй. Ул ҡәртнәйемдән ҡурҡа, ихатала урала инде. Тәҙрәнән тәҙрәгә ҡапланалыр, өй тирәләй йөрөй­ҙөр... Ишеккә яҡынларға ҡәртнәйемдән шыртлай. Шул кәрәк уға!Мин Мазһар ағайымды яратам. Ул минән Ғәтиәт ағайым һымаҡ «бәләкәс таш» тип көлмәй. Ул үҙе лә бәләкәс, ә Ғәтиәт ағайым – ҙур.Ҡәртнәйем, йомошон табып, ҡашығаяҡҡа ғына сыҡҡайны, түрьяҡҡа йылт итеп Ғәтиәт ағайым килеп инде. Килеп инде лә ҡарсығалай Мазһар ағайыма ҡунды. Хәс тә стенаға эленгән балаҫтағы бөркөт кеүек... Мин ҡобарам осоп торам. Ярай, Маз­һар ағайым һере: ҡара-ҡаршы һуғыша башланы.– Ы-ң-ң... – тип үкереп ебәрҙе «ҡарсыға». Кәре бөтөпмө, ҡәртнәйемде күрепме, яралы януар ише ыуылданы...– Ет-тәр! – Тәҡәтһеҙ башын сайҡаны ҡәртнәйем. – Үлешәләр ҙә былар...– Ы-ң-ң...Мин Ғәтиәт ағайымдың теше һындымы икән, тип ҡурҡтым. Ул теге һыңар итекте күтәргән... Мазһар ағайым уҡлау эләктереп алды. Ғәтиәт ағайым һаман тынмай, ҡәртнәйемде бер ҙә тыңла­май.– Йә, йә! – ти Мазһар ағайым.Ғәтиәт ағайым яйын тура килтереп, итеген ата ла ишеккә йомола, Мазһар ағайым уҡлауы мөйөшкә оса.Шул ваҡыт Рәшиҙә апайым ҡайтып инде. Ҡалала фельдшер­ға уҡый ул. Үҙенең сумаҙаны тулы – ҡала күстәнәсе!Шулай ике өй араһында йөрөп ятам. Үҙебеҙҙә тәмлерәк бешер­һәләр – үҙебеҙҙәмен, Ғәйшә ҡәртнәйемдәрҙә һыйлы тойолһа – уларҙамын. Ҡайҙа күңеллерәк, рәхәтерәк – шундамын. Ә сабый йәнем ҡайҙа ирмәк икәнен, рәхәтерәк булғанды, аулаҡты тиҙ һиҙә.Әсәйем эшкә китә, Рафиҡ өҫтәл аҫтында булаша, бишектәге Әнисә – минең елкәлә. Уны бәүетергә, әүрәтергә тейешмен: ул – бәпәй, мин – ҙур, йәнәһе. Бындай ваҡытта ҙур булғым килмәй. әсәйем: «Һин – ағай, ҙур үҫкән­һең, Әнисә иркәңде ҡара», – тип өйрәтә. Киреләнһәм дә, барыбер бушҡа. Әсәйем магазин алдында халыҡ көтә, ти, илаҡ бәпес – минең өҫтә. Йоҡлап ҡына ятһа, ярай ҙа, мыжыҡ ҡыҙ әҙерәк ята ла тағы тауыш итә. Ҡайһы берҙә тымыҙып алып булмай, бишекте бәүетеүеңдән дә фәтүә юҡ. Түбә таҡталағы пружинаны өҙгәнсе тартам (уныһы ҙыңғырлап китә), бишек туптай уйнаҡлай. Хәс тә һыу өҫтөндәге ишкәкһеҙ кәмә. Тынмағас тынмай илаҡ. Әллә кемгә үпкәләгән?Илаҡ бәпәйҙе бишектән алам, әсәйемә оҡшатып, күтәреп йөрөтәм. Ҡаңғырып бөтәм бәпес менән. Әсәйем ҡайтҡас та урам­ға тайыу яғын ҡарайым. Төрлө сәбәп табам. «Почтальон хат килтергәндер», – тим. Кетәктән күкәй төшөрәм, йәнәһе. Утын кертәм... Гел генә Ҡуянсыҡҡа ҡәртнәйемдәргә барғым килә.Хәҙер ҙурмын бит, Ғәйшә ҡәртнәйемдәргә юлды беләм.Был юлы әсәйем ҡәртнәйемдәрҙе үҙе иҫкә төшөрҙө.– Бәшәйеңде бәйләп ҡуйғандыр инде ҡәртнәйең...– Остом!– Ҡарап йөрө...Ҡыҙыҡмын да инде. Донъямды онотҡанмын. Өп-өр яңы бәшәлтәйҙәрҙе эләктергәнмен дә бысаҡ менән ҡырып йыуылған иҙәндә ултырам. Улар уйынсыҡ кеүек, килмәгән ере юҡ. Тәүҙә бәшәлтәйҙәремде усымда туптай һикертеп уйнаттым. Ҡәртнәйем «пар туп»ты ҡулыма тотторҙо ла эше менән булды, ә мин ҡыуа­нам. Иҙәнгә йәйелеп ултырып алғанмын да мәж киләм. Бәшәлтәйҙәр ҡулдан ысҡынып бара, бер ҙә кейә алмайым: аяҡ табаныма бер ҙә эләкмәйҙәр был тылсымлы уйынсыҡ бәшәйҙәр. Үҙҙәре сонтор ҡуян ҡойроғо ише бәләкәй генә, йомшаҡ ҡына – усҡа ла йоҡмайҙар. Әллә ныҡ тул­ҡынланыуҙан, эләктереп булмай, һис аяҡтарыма кейҙерә алмайым... Әмәлһеҙҙә оҙон шаршауҙары ла ҡамасаулай. Шунда уларын тартып ҡуймаһалар ҙа.

Төшөнә алмайым: ни эшләптер бөтөн өй эсенә ситса шаршауҙар элеп сыҡҡандар. Өйҙө ваҡ-ваҡ араларға бүлгеләгәндәр.Үҙебеҙгә ҡайтҡас, шул хаҡта һораһам, әсәйем һыны ҡатып көлә.– Рәшиҙә апайың кейәүгә сыға бит, иҫәр малай. Ҡәртнәйеңдәр апайыңды туйлап ята...– Рәшиҙә апайым кейәүгә нисек сыға?– Иҫәр малай, кешеләр нисек сыға? Апайыңдың ире, егете килә.– Ә ул килмәгән дә... Рәшиҙә апайым өйҙә бер үҙе генә. «Ҡаланан практикаға ҡайтҡан апайың», – ти ҡәртнәйем.– Шул практикаға ҡайтҡан ваҡытында туй яһайҙар инде...– Рәшиҙә апайымдың бер үҙенәме, инәй?– Юҡ, кейәүе менән икеһенә!– Рәшиҙә апайым өйҙә үҙе генә...– Әҙерләнәләр, шаршауҙы ла шуға ҡорғандар...– Йәшенмәк уйнарғамы, инәй? Рәшиҙә апайым менән кейәү йәшенмәк уйнаймы?– Ай, шаҡай малай, – тип көлә әсәйем, минең йәнем көйә.– Ниңә шаршау элгәндәр?– Кәләш менән кейәүҙе кеше күҙенән йәшереп торорға! Күҙ теймәһен тип.– Ә-ә...Мин туй уҙғанын һиҙмәйерәк ҡалдым. Хәйер, был турала уйламайым да. Әсәйем әйтә ҡуй­ҙы:– Инйәр улым, ҡәртнәйеңдәргә барып ҡайтмайһыңмы? Еҙнәңдән бәке һорарһың.– Унда еҙнәм бармы? Кем ул?– Рәшиҙә апайыңдың кейәүе була инде.– Ә-ә...Был юлы ҡәртнәйемдәргә еҙнә бүләге алырға тип киттем. Ҡәртнәйем ғәҙәтенсә ҡашығаяғында булыша, ағайымдар өйҙә юҡ. «Еҙнә ҡайҙа?» – тип һорайым туп­һаны ашатлау менән үк. Ҡәртнәйем бармаҡ менән ишаралай:– Т-с-с!Шаулама, тип әйтергә теләй, йәнәһе. Мин шауламайым, мин – тәртипле малай.Ҡәртнәйем әллә ниндәй ят ниғмәттәр менән һыйлап ташлай. «Йомартлана төшкән ҡәртнәйем», – тим эстән. Ана, аша, тик шаулама, өнөң тығылһын, тигән мәғәнәне аңғартырға тырыша, һиҙеп торам бит инде.Туйғас, ихатаға сығып китәм. Ҡәртнәйем үҙ эше менән мәш­ғүл, миңә күңелһеҙ. Еҙнәм ҡайҙа икән? Миңә ҡасан бәке бирер?Башһыҙ түгелмен, һиҙенәм инде: еҙнә төпкө бүлмәлә, буғай. Рәшиҙә апайым уның менәнме икән?Ҡаңғырып йөрөй торғас, ял­ҡам, күңел төпкө бүлмәгә тартып тик тора... Ҡәртнәйемдән эҙ яҙҙырып ҡына, эскә үтәм. Шаршау ҙа шаршау, төпкә барып етеп булмай ҙа ҡуя. Шаршауҙар бихисап бәләкәй бүлмә яһаған – шулар араһында аҙашып бөтәм. Уларҙы күп бүлмә яһау өсөн элгәндәрме? Нимә йәшерәләр шаршау артында?Ниһайәт, барып еттем бит «төпкө бүлмә»гә. Ҡәртнәйем менән икәү йоҡлаған ағас карауат та айырым бүлмә итеп бүленгән. Шунда – Рәшиҙә апайым... Ә, еҙнәм менән!.. Көпә-көндөҙ йоҡлап яталар! Ғәләмәт! Юҡ, карауаттағылар ҡымшанып ҡуйҙы.– Инйәр!– Әү...– Кил мында, иркәм. – Рәшиҙә апайым саҡыра. Йоҡламайҙар, йоҡлағанға һалышып ҡына яталар бит. Мин ҡыйыу баҫып карауат ҡашына яҡынлайым.– Инйәр иркәм минең, килдеңме?– Эһе...– Ҡәртнәйең йөҙөм бирҙеме?– Эһе...– Ҡалай ҙур үҫкән минең иркәм! – Һылыу, аҡтан ғына кейенгән апайым арҡамдан тупылдатып һөйҙө, сәсемдән һыйпаны. Еңел булып китте. Ниһайәт, йәнем баҫылды. Астым серҙе, ни­һайәт: төпкө бүлмәлә апайым менән еҙнәм икән. Ә ҡәртнәйем уларға яҡын ебәрмәй! Рәшиҙә апайым ҡашына ебәрмәй! Мин апайымды үлеп яратам бит. Ҡәртнәй, һин ошоно ғына белмәйһеңме?– Миңлейәр, балдыҙың* килгән, бүләк бир.Еҙнә тейеш кеше усыма көмөш аҡса һала. Яғымлы кеше икән: апайым кеүек башымдан һыйпай, арҡамды ҡаға.– Вәт ҡыйыу егет был!Күңелем оторо үҫеп китә. Хә­ҙер батыр егеткә әйләнәм, бер кемдән дә ҡурҡмайым! Мин ҡәртнәйем һөйләгән шүрәлеләрҙе лә, ендәрҙе лә еңә алам! Ҡарағыҙ, беләктәрем йыуан! Ай үҫәһен – көн, йыл үҫәһен ай үҫкән Ҡамыр батыр – мин!– Инйәр иркәмде ныҡ яратам мин! – Рәшиҙә апайым мине йылы түшенә ҡыҫа. Эй рәхәт! Йөрәгем елкенә, йәнем кинәнә, наҙҙан, тиңһеҙ бәхеттән башым әйләнә хатта. «Мин апайымды яратам! Минең апайым – донъя­лағы иң матур кеше!» – тип ҡыс­ҡырғым килә. Тағы телемде тешләп өлгөрәм. Ҡәртнәйем дә: «Шаулама!» – тип киҫәткәйне бит.Шунда шаршауҙар араһында иҙәнгә ултырып алам да еҙнә бүләге – көмөш аҡса уйнатам. Улар ялтыр, матур. Иҙәнгә бер тәгәрәтеп ебәрәм, бер кире йыйып алам – кинәнәм генә: әллә ниндәй ҡыҙыҡтарын табып, шунда үҙ алдыма мәж киләм. Миңә башҡа бер ни кәрәк түгел, минең ҡулда – еҙнәм бүләге! Әйҙә, ололар үҙ эштәре менән булһын, әйҙә, Рәшиҙә апайым менән еҙнәм ятһын, мин иҙәндә уйнайым, миңә рәхәт. Әйҙә, ҡәртнәйем ҡашығаяғында йөрөһөн. Бөтәһе лә үҙ эше менән мәшғүл, донъя теүәл, тормош үҙ яйына ағыла.Хәҙер мин көн дә тиерлек киләм ҡәртнәйемдәргә. Ғәйшә ҡәртнәйемдәрҙә ҡыҙыҡ – апайым менән еҙнәм туйлап ята. Көпә-көндөҙ тимәй йоҡлайҙар. Бөтөн кеше аяғөҫтө булһа ла, улар тормай. Туй тигәнең шулай булалыр, ахырыһы, тип уйлайым. Күптән килешкәнмен был хәл менән. Хатта ошолай ирмәгерәк тә: туй дауам итә.Туйҙың – ошо рәхәтлектең оҙағыраҡ дауам итеүен юрайым. Еҙнәмдән әллә ни ҡәҙәрле көмөш аҡса алдым, ҡәртнәйемдәргә әллә ни саҡлы барҙым, тағы барам әле.Көмөш аҡсаларым – еҙнәм бүләктәре. Уйнайым. Иҙәнгә йәйелеп ултырып алам да һикертәм көмөш аҡсаларҙы. Сыңлатам-зыңлатам. Көн оҙоно хәҙер шуның менән генә булам. Әллә ни саҡлыһын иҙән ярығына ла төшөрҙөм. Көмөш аҡсаларым юғалып бөтһә, тағы китәм ҡәртнәйемдәргә. Бәхеткә ҡаршы, теге шаршауҙар урынында, апайымдар һаман туйлап ята. Әллә йоҡлайҙар, әллә йоҡлағанға һалышалар.Апайымдар янына барһам, бар хәсрәтем ус һырты менән һыпырып алғандай. Еҙнәм йомарт: тағы көмөш аҡса өләшә!Мин бәхетле, бүтән бәхеттәрең кәрәкмәй.– Инйәр!– Әү...– Кил әле мында, иркәм! – Апайымдың йомшаҡ өнө йөрәгемде иретә.– Минме?– Эйе, һин. Кил!Апайымдарҙың карауаты ҡырына үтәм. Үҙем ҡәртнәйем һүҙенән ҡурҡам, үҙем барам.– Кил, кил! Яҡыныраҡ!Карауатҡа, апайыма уҡ барып һырығам.– Кил беҙҙең янға, иркәм!Ҡыймайыраҡ торам.– Әйҙә, бында! – Еҙнәм, оҙон буйлы, көслө матур ағай, мине күтәреп ала ла ап-аҡ түшәккә һала. Апайым менән еҙнәм араһында мин бала көсөк кеүек бөрөшөп кенә ятам. Апайым ҡулбашымдан һыпыра.– Инйәр иркәм минең, аҡыллым! – Муйынымдан, сәсемдән һыйпай апайым, рәхәт! Йомшаҡ устарын тәнемдә тоям. Апайымдың устары ҡайнар, дерелдәп тора. Ул да минең һымаҡ тулҡынлана, шай... Минең дә битем ҡайнар, дөрләп яна: ана, апайымдың бите лә алһыу. Ул шундай матур был минутта. Шундай наҙлы бер зат.Ап-аҡ түшәктә тыным да сыҡмай. Һулышымдан яҙҙым, бу­ғай... Ҡыймылдау ҡайҙа? Әйҙә, апайым менән еҙнәм мине йоҡлай тип уйлаһын. Күҙҙәремде сытырҙатып йомам, тештәремде ҡыҫам.Бер аҙҙан апайым да, еҙнәм дә тына. Улар ҙа йоҡлап киттеләр, ахырыһы. Һулыштары тигеҙ. «Ҡалай пар килгәндәр», – тип уйлайым. Күңелемдән был икәүҙең бәхетенә, тигеҙ тормошона фатиха бирәм....Күп йылдар үтер, күп һыуҙар ағыр ул замандарҙан, ә мин әлегеләй иҫләйем ул мәлемде. Күҙ алдымда ул ап-аҡ түшәк... Хәҙер ҙә, теге ваҡытта ла шуға инандым: ул саҡта батша тәхетендә яттым, бер илаһи мәл батша еҙнәм, батшабикә апайым араһында йоҡланым... Ул татлы төш һымаҡ ҡыҫҡа, танһыҡ ҡына булды......Хәҙер беҙ Ғәйшә ҡәртнәйемдәр өйөндә өсәү генәбеҙ. Туй тамам, шаршауҙар һыпырып алынды. Рәшиҙә апайымды еҙнәм үҙ яғына алып ҡайтып китте. Шаршауҙар сиселгәс, оло өй эсе лә етемһерәп, ҡола ялан иңенә оҡшап ҡалды. Мазһар ағайымды «ремесленное училище»ға алдылар. Унда ул козырёклы, киң тирәсле фуражка кейеп йөрөйәсәк, билендәге айылына «Р.У.» тип яҙылған киң һоро ҡайыш быуасаҡ. Миңә лә яңы һоро ҡайыш, ялтыр тимер төймә алып ҡайтыр...Өҫтәлебеҙ – тәҙрә ҡаршыһында, ә тәҙрә алғы урам яҡҡа, көн битенә ҡарай. Унан оло урам күренә. Яҡты, күңелле. Тик ҡәртнәйем ни уйлай икән?Хәҙер гел бергә йоҡлайбыҙ. Ҡәртнәйем янында йылы, йомшаҡ. Тышта ел олоуын тыңлап ятам. Ул тәҙрә алдындағы акацияларҙы тәҙрә яңағына бәрә.Икенсе көн йәнә Мәрзиәләр килде. Тағы ҡуналармы тиһәм, юҡ икән, мине уйнарға саҡыралар.Баҡса артындағы сиҙәмгә сы­ғып, башта «Әбәк» уйнаныҡ. Унда күмәкләп сыр-сыу килеп ҡыуышаһың... Минең еңел сандалийым бар, шуға шәп йүгерәм. Береһен дә тоттормайым! Бары Мәрзиә генә ҡыуып етә ала... Ул, оҙон сәс үремдәрен ян-яҡҡа ялпылдатып, елә генә, күҙ ҙә эйәрмәй үҙенә. Хәс тә ҡыр кәзәһе! «Әбәк» уйнағанда ҙур ҡыҙҙарҙан, ҙур малайҙарҙан мине шул Мәрзиә генә ҡотҡара... Нисек, тиһегеҙме? Һин ҡасаһың, һине берәү баҫтыра... Тотто ниһә, ҡатыра! Йәки бер урында тораташ һымаҡ тораһың... Берәйһе килеп «ҡотҡарғансы»! Шунда беҙҙең команданан Мәрзиә йүгереп килә лә миңә һуға, әбәк итә: мин, тораташ, тереләм, уның менән үҙебеҙҙең яҡҡа ҡасам... Ура-а!«Ҡыҙыл яулыҡ» уйынында ла Мәрзиә менән бер яҡҡа эләктек. Мин тиктормаҫ бит: ҡаршы яҡҡа сығып, яулыҡтарын урланым да үҙебеҙҙең биләмәгә йүгерәм. Шәберәк, шәберәк! Юҡ, үҙебеҙҙең биләмәгә сығып өлгөрмәнем – тоттолар, ҡатырҙылар. Яулыҡтарын кире тартып алдылар, ә мин тораташтай ҡатып баҫҡанмын. Уйын гөрләй, тирәмдә йүгерешәләр, ә мин мәхрүм – ҡатҡанмын. Шунда Мәрзиәм тағы, дошмандарҙы йырып, миңә уҡталмаһынмы? Ҡаршыма ҡош кеүек осоп килә: ике сәс үреме ялпылдай, күлдәге карап елкәндәре кеүек йәйелгән... Эй елә генә осҡор, эй саба батыр ҡыҙ! Күрһәгеҙ ине, ул шул мәлдә ниндәй ҡыйыу, ниндәй матур ине! Мин ярһып торам, Мәрзиәгә көс биргем килә: «Тиҙерәк, тиҙерәк!» Ул комета кеүек елә, артынан сәс үремдәре – комета көлтәһеләй ялпылдай... Елә генә батыр ҡыҙ! Миңә ҡаршы, дуҫын ҡотҡарырға!.. Дошмандар уның юлын киҫергә тырыша, Мәрзиә ҡаймыға... Әгәр үҙен тотһалар, әбәк итеп уны ла ҡатырһалар... Ул саҡта бер-беребеҙгә етә алмай, икебеҙ ике яҡта Саҡ менән Суҡ ише ымһынышасаҡбыҙ...Юҡ, Мәрзиә бирешмәй: миңә килеп етә! Хәҙер икәү еләбеҙ.Ура, Мәрзиәм мине ҡотҡарҙы, ура, беҙҙең команда еңде!Ҡаштаҡ битләүенән ҡайтҡы ла килмәй. Уйын ҡыҙа... Эй еләбеҙ, «Әбәк», «Флаг урлау», «Ҡыҙыл яулыҡ» уйындары... Беҙ Мәрзиә менән хәҙер дуҫлаштыҡ... Ул «бетле баш» түгел, ул – матур ҡыҙ... Был кис беҙ Ҡаштаҡ битләүенән икәүләп етәкләшеп ҡайт­тыҡ. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне.– Ҡәртнәйемдәргә иртәгә лә кил, Мәрзиә...– Ярай, Инйәр... Һин ҡайтмай­һыңмы?– Юҡ, мин ҡәртнәйемдәрҙә йәшәйем хәҙер. Кил!– Киләм!Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, беҙ айырылыша алмай ҡаңғырабыҙ.– Йоҡларға ла кил, Мәрзиә!– Йоҡларға ла килермен, Ин­йәр...– Мин һине көтөрмөн, Мәрзиә!– Көт, Инйәр!Йәйгеһен Мазһар ағайым каникулға ҡайтҡас, мин тағы көн буйы Ғәйшә ҡәртнәйемдәрҙә... Ағайымдың фуражкаһы ғына ни тора! Кокардалы, киң тирәсле ул (әсәйем дә, мәктәпкә барғас, һиңә шундайҙы һатып алам, тине). Шул фуражканы кейһәң, ысын капитанға оҡшайһың да ҡуяһың. Киң ҡайышы ла хәтәр. Океандарҙа ҙур караптарҙа йөҙгән батыр капитандар кеүек йөрөй хәҙер минең ағайым! Ғәтиәт ағайым да һаҡ: элекке кеүек көҙгө әтәстәй ҡунмай Маз­һар ағайыма...Хәҙер гел кесе ағайым тирәһендә уралам. Ул миңә әллә нисә йондоҙ, тимер төймә бүләк итте. Ярата. Хәҙер өйҙә кешеләр күмәгәйгәс, күрше ҡыҙҙар ҙа килмәй – миңә иркен. Бер үҙем генә, юҡ, ҡәртнәйем менән бергә йоҡлайбыҙ.Иртән уянғас, түшәктә бер үҙем ятырға яратам. Өйҙә бер үҙем генәмен, ағайымдар бесәндә. Танауға ҡоймаҡ еҫе бәрелә: ҡашығаяҡта ҡәртнәйем бешеренә-төшөрөнә.Ҡояш нурҙары битемә төшә. Шилмалар, мине урынымдан ҡуҙғатырға маташалар. Күҙҙәремде ҡыҫам, юрған эсенә су­мам. Эй рәхәт! Берәү ҙә борсомай, берәү ҙә, иркәңде бәүет, тип ҡыумай. Өйҙә күптән эш ҡушырҙар ине, ә Ғәйшә ҡәртнәйемдәрҙә... Ҡәртнәйҙәрҙә шулай рәхәт була инде ул.Стена битендәге әлеге шаршауҙағы биҙәктәргә текәләм. Төрлө-төрлө сәскәләр эт эсәге ише һуҙылып киткән, ҡомалаҡ һабаҡтарылай бар иңде уратҡан.

 Талғын көй ағыла. Әһә, ҡәртнәйем радионы асҡан.Талы, талы,Талы бөгөлөп тора...Был – Ғәйшә ҡәртнәйемдең яратҡан йыры бит.Ул көй аңыма яҙылып ҡаласаҡ. Тағы биш-алты йыл уҙғас, мин уны үҙем көйләп йөрөйәсәкмен... Эйе, эйе. Алашаға һыбай атланып алғанмын. Волокуша менән бесән тарттырабыҙ. Ауылдың бөтөн йәш-елкенсәге, олоһо-кесеһе бесән өмәһенә сыҡҡан. Мин – волокуша тарттырыусы малай: кәбән янына бесән ташыйым. Апайҙар, ағайҙар волокушама бесән тейәй, мин – һыбай... Ҡул буйҙары гөрләй: томра һауа, ҡоштар ауазы...Талы, талы,талы бөгөлөп тора...Апайҙар мине ҡеүәтләй...– Вәт, йырсы егет!Алашамды ҡыуалайым, моңомдо түгәм:Талы, талы...Тирә-йүндә – моң, баш осомда – зәңгәр күк, томра һауа, бесәнселәр – дәртле, моң таратам Ҡул буйына!..Төштән һуң Ғәйшә ҡәртнәйемдәргә атайым килде. Ул Ғәтиәт ағайым менән Мазһар ағайыма бесән өмәһенә әйтә.Ҡотлояр уландары бергә эш бөтөрә, бергә дәррәү күтәрелә.Беҙ иртүк ҡуҙғалабыҙ. Атайым, Ғәтиәт ағайым, Мазһар ағайым, әсәйем, мин – арбаға теҙелешеп ултырғанбыҙ. Әсәйем аш бешерәсәк, мин – еләксе. Аръяҡта быйыл еләк уңған, тиҙәр.Биҙәртау ҡырынан, Әй ярынан киләбеҙ. Үс иткәндәй, борам* аръяҡта булып сыҡты. Һыу буйын­да йән эйәһе юҡ. Тауыш итеп тә ҡарайбыҙ. Мазһар ағайым сисенә башланы.– Һыу һыуыҡ бит, Мазһар.– Бер ни ҙә булмаҫ Әй малайына. – Мазһар ағайым көлә. Сумды һалҡын һыуға, тәндәрем семерҙәп китте. Ниндәй ҡыйыу минең ағайым! Эй, йөҙә, эй, алға талпына. Әй был тәңгәлдә тәрән, ағымы көслө.Ағайымдың башы ғына күренеп ҡала һыу өҫтөндә. Йә, Рабби, тим эсемдән, һаҡла ағайымды, көс-ғәйрәт бир уның йөрәгенә! Ағайым аръяҡҡа барып та сыҡты. Ана, борамды бора, тәне дер-дер ҡалтырай. Атайым фуфайка кейгән, ә мин һырмама төрөнгәнмен...Арылағас тигән ерҙә – беҙҙең бесәнлек. Шаршау-шаршау һы­ҙат булып ята ул. Төшкә саҡлы баш ҡалҡытмай салғысылар, мин еләк сүпләйем.– Етер, энекәштәр, баштан уҡ биртенеп ҡуймайыҡ. – Атайым тыя. – Кинәт быуынға көс төшһә, баҙатып, эш ырамаҫ.Ултырып хәл алабыҙ, сәй ҡайнатып эсәбеҙ, бәрәңге бешерәбеҙ.– Хәҙер аш өлгөртәм, – ти әсәйем. Мин дә усаҡ тирәһендә уралам, өмә ҡыҙа, ҡояш юғарыраҡ күтәрелә, әлһерәтә-бәлһерәтә икән бесәндә.Ғәтиәт ағайым яғына күҙ һал­һам, атайымдың мылтыҡтан атыуын хәтерләйем, тик был хаҡта ләм-мим. Мазһар ағайым яғына ҡайырылһам, уны һаман Әй өҫтөндә йөҙөп барған балыҡ һымаҡ күрәм... Ағайҙарым дан минең! Ҡотлояр уландары! Эште бергә башлайҙар, бергә бөтөрәләр... Атайым да Ҡотлояр улы бит......Ҡайтышлай борам беҙҙең яҡта ине. Юлыбыҙ уңды, аҡтарып бесән саптыҡ, күнәк-күнәк еләк йыйҙыҡ тип, ҡыуанышып менһәк борамға, борамсы ҡарт хәбәр һала. Бөгөн төшкөлә Әсфәндиәр­ҙең оло ҡыҙы Мәрзиә Әйгә бат­ҡан! Мәрзиә, теге бетле баш... Юҡ, аҡыллы, матур ҡыҙ Мәрзиә!Әсәйем һулҡылдап илай башланы.– Мәрзиәнең ҡәртнәһе Зөлхиә апай – беҙҙең кендек әбейебеҙ бит...Атайым менән ағайымдарҙың да башы эйелде. Борамсы ҡарт беребеҙгә лә иғтибар итмәй.– Белмәйем, бөгөн Әйҙең сир­ҡанысын кем алды икән. Шул мөхәббәтһеҙ заттың ҡул арты яман булдымы икән әллә, белмәйем. Инде нисә йыл Әй бәндәләргә ҡаныҡҡаны юҡ ине.Мәрзиәләр һыу буйына үҙҙәре генә килгән. «Бәлә аяҡ аҫтында шул», – тип һамаҡлай әсәйем. Мин Әйгә төбәлгәнмен, борам ажар тулҡындар ярып бара. Атайым, ағайҙарым шымтайған, күҙҙәре – һыу йөҙөндә. Әй хәҙер миңә ят, ҡара аждаһа һымаҡ тойола, уға ерәнеп, нәфрәтләнеп ҡарайым. Ниңә ул шул саҡлы аяуһыҙ икән? Ҡанһыҙ Ҡәһҡәһә! Ниңә ул сабый балаға шулай ҡаныға? Мәрзиә, юҡ, бетле баш түгел, матур ҡыҙ, бәләкәй генә бит. Юҡ, хәҙер мин Мәрзиәне, бетле баш булһа ла, ғәфү итәм. Бәләкәс кенә бит әле ул... Бәләкәстәр үлмәҫкә тейеш! Бәләкәстәр йәшәргә тейеш!– Ай, ниндәй көн булды был? – Борамсы ҡарт ҡына тынмай: ҡулы – йыуан сынйырҙа, ҡараштары – һыу битендә... – Ниндәй көн? Ҡайһы бәндә алды икән бөгөн Әйҙең сирҡанысын? Иман­һыҙ зат булғандыр әй ул, мөхәббәтһеҙ зат булғандыр. Ололар шулай юрай: иманһыҙ булһа, бәлә килерен көт тә тор.Мин күрәм бит инде: Мазһар ағайымдың йөҙө ҡарайғандан-ҡарая, ә яһил ҡарт бер үк сүбәкте сәйнәй, ҡәһәрен яуҙыра ғына. Ҡарт ҡарға ише ҡарғыш әйтә ағайым башына. Ағайым ғәйеп­леме ни Мәрзиә үлеменә?Борамсы ҡарғышынан атайымдың да, Ғәтиәт ағайымдың да йәне ҡарая. Борам пристанға һуғылыу менән, улар аттарҙы ҡыуалай башлай.Төндә төш күрәм. Имеш, Мәрзиә менән етәкләшеп алғанбыҙ ҙа Ҡаштаҡ битләүендә уйнайбыҙ. Йәшел сиҙәмдә, һөрлөгөп китһәң дә, бысранмайһың, бер ни ҙә булмай. Йомшаҡ – ауыртынмай­һың да... Мәрзиә итәккә йыйған сынаяҡ ярсыҡтарын теҙеп уйнаны – йәнәһе, хужабикә, өй тултырып ҡунаҡ әйткән... Мин ҙур таштарҙы түбәнгә тәгәрәтәм.Шунда Ғәйшә ҡәртнәйем саҡыра.– Оҙонталға барырбыҙ, балалар! Оҙонталда муйыл уңған!..– Ура-а, Оҙонталға!.. Муйыл ашарға!Сәпәкәй итәбеҙ. Ҡара, ҡалай татыу булып киткәнбеҙ хәҙер: элеккесә Мәрзиәнән дә тайшанмайым, етәкләшеп алғанбыҙ.– Оҙонталда муйыл ҡотороп уңған, тиҙәр... – Ҡәртнәйемдең дә һүҙе бөтмәй. – Муйыл мөшниген* үҙем дә, балалар ҙа ярата...Бәрәңге баҡсаһы артынан сы­ғып киттек, Биҙәртауға күтәреләбеҙ.– Быныһы Һаҙый быуайыңдың урыны... Һаҙый быуайың Ҡотлояр ҡартайың менән бер туған... Быныһы Ҡылысбайҙың урыны... – Тауға күтәрелгән ыңғай ҡәртнәйем Ҡуянсыҡ урамындағы өйҙәр­ҙе күрһәтергә тотоноп китте, ни­ңә икән. – Ҡылысбай ҙа ҡай­һылыр сыбыҡ осо менән ҡартайыңдар затына барып тоташа. Бөтә Ҡуянсыҡ урамы – ҡартайыңдар нәҫеле инде ул...Ҡәртнәйем һөйләй, беҙ бүлдермәйбеҙ.– Ҡотлояр ҡартайың, Ҡуянсыҡ урамы таштар нәҫеленән таралып киткән, тип ҡабатларға яратыр ине. Ҡояш та арыу күтәрелгән, балалар, беҙ мыштырлағансы...Оҙонтал ғәжәп ил икән. Остары күк битенә тейеп торған йыуан ағастар... Олондарына ҡолас етмәҫ, ә япраҡтары – ҡоштабаҡ ҙурлыҡ... «Бында батҡаҡ ер, дымлы һауа, шуға ағастар ҡотороп үҫә», – тип аңлата ҡәртнәйем. Үләндәре ат бауырын күмә... Беҙ Мәрзиә менән ҡулдарҙы ысҡындырһаҡ, аҙашырбыҙ кеүек.– Етәкләшеп кенә йөрөгөҙ, – тип киҫәтә ҡәртнәйем. – Мында – батҡыл. Йәнәштәге – Оло һаҙҙа шайтандар йәшәй...Шомло. Аяҙ көндө болот ҡап­лай, тирә-йүндә – оҙон ағастар араһында ендәр осоп йөрөй...– Ҡәртнәй! – тип сырылдайым.– Һин – батыр малай... – Ҡәртнәйем йыуата. – Мында бер ваҡытта ла мал аяғы баҫмай.– Ай!.. – Мәрзиә битен ҡаплай.Тирәлә – ағастар диңгеҙе... Береһенән береһе оҙонораҡтар... Остары хәс тә диңгеҙҙең тулҡындары... Ағас диңгеҙе тул­ҡына... Мәрзиә ҡайҙа икән? Уны эҙләп, ян-яғымды байҡайым. Хуш еҫле муйыл еҫенә башым әйләнә, тирә-йүнемдәге ағастар, күк иңе бәүелә... Ағастар диңгеҙе айҡала-сайҡала, күк йөҙө әйләнә, ағастар бәүелә, бар донъя, күсәренән ҡубып, иңкәйә... Шунда ағастар баш түбән әйләнеп баҫа, кәүҙәм, һоло тоғолай, түбәнгә ҡолай... Күҙҙәремде йомам, йән­һеҙ кәүҙәм генә ботаҡтарға бәрелә-һуғыла аҫҡа төшөп бара.Шул ыңғайҙа ҡәртнәмдең киҫәтеүен ишетәм.– Бейеккә менмә, Инйәр! – Юҡ!– Ә Мәрзиә ҡайҙа?– Белмәйем.Шунда Оҙонталды хәтәр оран тултыра:– Мәрзиә! Мәрзиә!..Мин һаман ергә төшөп барам.– Инйәр, муйылды күп һоғонма – эсең ҡатыр...– Ә?..– Муйыл – яман... Биҙрәгә жый, ҡайтҡас, инәйең ҡыуаныр: минең улым да эшкә яраған!– Ә Мәрзиә ҡайҙа, ҡәртнәй? Мәрзиә! Мәр-зи-ә!..Беҙ бөтә Оҙонталды ҡыҙырып сығабыҙ, Мәрзиә бер ерҙә лә юҡ.– Әллә уны ендәр урлап алып киттеме икән? – Ҡәртнәйем хафаға ҡала. Мин оторо сүгәм. Оҙонтал – ен ояһы!.. – Әллә ҡыҙым Оло һаҙ яғына китеп, баттымы?.. Оло һаҙға сыҡһа, ҡотола алмаҫ... Һаҙ эйәһе кеше яратмай, балаларҙы урларға ғына тора...Оло һаҙ ситендә туҡталабыҙ. Күҙебеҙ томалана.Мин – хыялый, шул арала әллә нимәләр уйлап бөтәм. Башыма төрлө уй тула, башым кирегә эшләй... Имеш, Оҙонтал эйәһе – Мәрзиәнең йәне була! Имеш, Мәрзиә йәне хәҙер Оҙонтал эйәһе – Мәрзиәнең йәне була! Имеш, Мәрзиә йәне хәҙер Оҙонтал төбөнә йәшеренгән!– Мәрзи-и-ә...– Сеү! Улым...Беҙ шымабыҙ. Беҙҙе бетле баш Мәрзиә йәне баҫтыра төшкән! Теге төндәге төҫлө, бетле баш миңә һырыға... «Ай, бетен йоҡтора!»Бисара, Мәрзиә, ялына:– Инйәр, беҙ дуҫтар бит – бергә булайыҡ! Кәләш менән кейәү кеүек, бергә йәшәйек!Оҙонтал эйәһе – бетле баш Мәрзиә. Албаҫтыға әйләнеп, беҙҙе ҡыуа төшкән!...Аяҡтар батҡаҡҡа буялып бөттө, битебеҙҙе гөлйемеш ботағы һыҙыра, итәгебеҙҙе дегәнәк һырыны, ҡомалаҡ һабаҡтары – аяҡтарыбыҙға тоҙаҡ...Был ҡот осҡос төш тә мәңгегә йәнемә уйылып ҡаласаҡ.Вәт, бетле баш Мәрзиә! Әйгә батҡан тиң әле. Вәт, бәлә! Күрше-күлән ҡыҙҙар һыу буйына бар­ған. Шунда һыуға таш атып уйнағандар. Мәрзиә лә һыуға таш бәргән. Текә яр ситендә ултырған, кинәт кенә аҫҡа төшкән дә киткән. Суп итеп кенә ҡалған һыуға, хатта бер ҡабат та өҫкә ҡалҡмаған... Балалар яр буйлап йүгерешкән, улай баҫҡандар, былай килгәндәр... Ярай, кәүҙәһен тиҙ таптылар: ҡуйған саҡта бар ауыл зар иланы, Ғәйшә ҡәртнәйем һаман да илай.– Теремек кенә ине балам... Үҙемә һырығып барыр ине... – Сеңләй ҡәртнәйем. – Ғүмеркәйе ҡыҫҡа булды...Мәрзиәне ергә күмеп ҡуйыу­ҙарын үҙем күрҙем. Ул шунан бер ҡасан да сыға алмаҫ. Мәрзиә хәҙер, төштә күргәнсә, берәй изге затҡа әүерелерме? Кәүҙәһе – ҡәберҙә, ә йәне Оҙонталға күс­теме икән? Ҡәртнәйем һөйләүенсә, кеше үлгәс, йәне осоп йөрөй икән. Хәҙер Мәрзиәнең дә йәне болот шикелле һауала гиҙәлер, беҙҙең нисек йәшәгәнебеҙҙе, ҡәртнәйемдең ҡайғырып илауын өҫтән күреп торалыр... Мәрзиәне «бетле баш» тип әрләнем – минең башыма ла ҡәһәр төшөрмө икән? Биса­раҡай­ҙы хәҙер ныҡ йәлләйем, хатта «бетле баш» тип атарға телем әйләнмәй. Юҡ, ул – аҡыллы, матур ҡыҙ!Күңелһеҙ йөрөйөм, Ғәйшә ҡәртнәйемдәргә килһәм, Мәрзиә иҫкә төшә. Әгәр ул яңынан терелһә, икәү бергә йоҡлар инек. Хәҙер мин унан һис сирҡанмайым. Етәкләшеп Ҡаштаҡ битләүенә сығыр, йәшел сиҙәмдә уйнар инек.Мәрзиә, ҡайҙа һин? Әйҙә, Ғәйшә ҡәртнәйем урынды икебеҙгә бергә йәйһен! Мәрзиә, хәҙер мин һине яратам!Оҙон төндәрҙә ҡәртнәйем дә уфтана. Яратҡан күрше ҡыҙын хәтерләй.– Теремек кенә бала ине... Һырығып барҙы...Ҡурҡыуҙан шымам, йөрәгем табаныма төшөп киткән төҫлө. Әйтерһең дә, Мәрзиә түбә таҡтала йөрөп ята. Ул ҡәртнәйем өнәүен ишеткән!.. Бөтә тәнем ҡатҡан.Хәҙер үҙебеҙгә ҡайтып киткем килә. Ҡәртнәйемдәрҙә Мәрзиә шәүләһе йәшәй!Тышта ҡараңғы. Ҡойонло яуын ҡотора... Тәҙрәлә йәшен тамсылары әле тегендә, әле бында шартлай. Әле тегендә, әле бында ялт-йолт итә... Ҡәртнәйем Мәрзиәһен һөйләй... Йөрәгемде усыма ҡыҫып ятам.Гүйә был төндә оло донъяла икәү генәбеҙ... Ә Мәрзиә барыбер йәл миңә. Мәрзиә менән беҙ икәү бергә лә йоҡланыҡ бит әле. Кейәү менән кәләш булдыҡ!Инйәр илай.– Илама, Инйәр! Беҙҙе Мазһар ағайың түгел, ә тәҡдир айырҙы. Эйе, беҙ үҫкәс, өйләнешергә тейеш инек, маңлайыбыҙға шулай яҙылғайны, Ғәйшә ҡәртнәйең юҡҡа ғына беҙҙе ҡушып бергә йоҡлатманы... Һин көймә – һыу аҫты батшалығында йәшәйем. Һыу инәһе мине үҙенә ҡыҙ итеп алды. Был илдә мине Һыуһылыу тип йөрөтәләр.– Һыуһылыу!– Эйе!– Мәрзиә...– Һыуһылыу Мәрзиә!– Һыуһылыу Мәрзиә, ҡороға сыҡ! Мин һине кәләш итеп йәрәшәм!– Һин мине «бетле баш» тинең...– Бүтән әйтмәм. Сыҡ!– Сыҡһам, мин тағы бетле баш Мәрзиәгә әйләнәсәкмен, Ин­йәр... Кешеләр ҡыҙыҡ бит ул... Былай Һыуһылыу булып йөрөйөм... Һин дә миңә шуға ғашиҡ булдың...

Ринат КАМАЛ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: