– Һалҡын, – тинек тәүҙә. Хәҙер
Түҙеп булмай эҫегә!
Ай менән Ҡояш та хатта,
Ярай алмай кешегә.
Термометр бағанаһы
Күрһәтә утыҙ биште!
Бар тәбиғәт утлы нурҙа
Үтәнән-үтә беште.
Был эҫенән һалҡын яҡҡа
Килә ҡасып китәһе,
Әллә...Африкаға күскән
Литосфера плитәһе?
Миңнира БИКӘНӘСОВА-ҮТӘГӘНОВА.