+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
4 Август 2021, 14:48

Өкөташта

Флүр ҒАЗИН      

Хикәйә

Ришаттың иң яҡты хыялы — геолог булыу. Алыҫ-алыҫтарға, кеше аяғы баҫмаған тау-үҙән буйҙарына экспедицияларға сығып, таштарҙы тикшереү, асыш яһау. Ләкин был уның хыялы ғына, ысынында әлегә ҙур-ҙур экспедицияларға сығырға уның хәленән килмәй. Бының өсөн геология буйынса махсус уҡыу йортон тамамларға кәрәк. Ә Ришат етенсе синыфта ғына уҡый.

Экспедицияларға сыҡмаһа ла, ул, үҙҙәренең ауылы тирәһенә сығып, китаптарҙан уҡыған белеменә таянып, таштарҙы танып, уларҙы үҙенсә тикшереп, коллекция төҙөгән.

Бөгөн дә Ришат, мәктәптән ҡайтҡас, ҡырға сығып килергә булды. Был юлы ул Өкөташты һайланы. Ауылдан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡая Ришаттың күңеленә яҡын ине. Ул күбеһенсә шунда барып тикшеренә. Унда ҡыҙыҡлы таштар бүтән ерҙәргә ҡарағанда күберәк һымаҡ.

Ришат, тамаҡ туйҙырғас, үҙ өлөшөнә төшкән өй эштәрен тиҙ генә бөтөрөп, дәрестәрен әҙерләп, ҡырға йыйына башланы. Эш менән булышып йөрөгән әсәһе, Ришаттың ҡырға йыйыныуын һиҙеп, хафаланды:

Көн дә тау-таш араһына ынтылаһың да тораһың. Бер ҙә аяғыңды һындырып, йә башыңды ярып үҙеңде зәғиф итеүеңце уйламайһың. Таш менән булышмаһаң, бүтән эш бөткәнме? Дуҫтарың менән уйна.

Ришат, әсәһенең һүҙенә ҡарап, Өкөташҡа барыуҙан өмөтөн өҙә башлағайны инде, әлдә эштән ҡайтып, гәзит уҡып ултырған атаһы ярҙамға килде.

Ҡуйсәле, әсәһе, Ришат бәләкәй бала түгел дә инде хәҙер, үҙ башы менән уйлай ала, нәмәнең кәрәк- мәгәнлеген белә. Таштарҙы ярата. Геология һәнәрен үҙ иткән, бик һәйбәт. Бала бәләкәстән үк хыялланып, үҙенең кем буласағын асыҡ белеп, шул һәнәргә әҙерләнеп үҫергә тейеш. Шунда ғына ул эшенә күңел бирәсәк. Бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай үҫеүселәр әҙме ни?! Ә ваҡыты еткәс, улар аптырап ҡала. Бер һәнәрҙе һайлап ҡарай — оҡшамай, икенсеһенә тотона, һуңынан да улар эшенән ҡәнәғәт булмай.

Шулайын шулай ҙа ул, — тип килеште әсәһе, — ләкин аңғарып, аяҡ аҫтын ҡарап йөрө, тип әйтеүем инде.

Урман-ҡыр, көҙ булыуға ҡарамаҫтан, әле йәй төҫөн үҙгәртмәгәйне. Ағастарҙың тирәһенә генә көҙ төҫө кереп, матур күренеш биреп ултыра. Урманда ҡош тауыштары ла тынмаған. Киреһенсә, урман ҡоштары Ришатҡа йәйгә ҡарағанда күберәк һайраған кеүек тойолдо. Йәй һайрап бөтмәгән йырҙарын көҙ һайрап бөтөргә булғандарҙыр, тип уйлап алды ул.

Өкөташ уны тауыш-тынһыҙ ғына ҡаршы алды. Тирә-яҡта бер йән эйәһе күренмәй ине. Ул ҡарашын бейектә ятҡан Өкөташ мәмерйәһенә йүнәлтте. Өңрәйеп, ҡарайып күренгән мәмерйә ауыҙына ҡарап, ул нишләп был ергә, мәмерйәгә Өкөташ тип ҡушыу- ҙарын иҫләп алды.

Ҡасандыр ошо мәмерйә ауыҙында өкө ғаиләһе йәшәгән булған. Ул ергә кешеләр йыш килә башлағас, ояһын ташлап, тыныс урын эҙләп, ситкә киткән. Әлеге ерҙә уларҙың исеме генә тороп ҡалған.

Ришат таштан ташҡа йәбешеп, мәмерйә ауыҙына яҡынлашты. Мәмерйәгә яҡынайыу өсөн, һөҙәк булһа ла, арыу уҡ оҙон юл үтергә кәрәк ине. Ул үрмәләгәндә күҙгә ташланған һәр бер ташты әйләндереп-тулғанды- рып тикшерҙе. Кәрәкле тип тапҡандары кеҫәлә урын алды. Бына, ниһайәт, мәмерйәнең ауыҙы күренде. Кеше тура атлап, иңкәймәйенсә инеп йөрөрлөк булһа ла, мәмерйә тәрән түгел. Шуға күрә көн яҡтылығы мәмерйәгә тулыһынса тип әйтерлек үтеп инә.

Мәмерйә ауыҙына инеп баҫҡас, тәүҙә Ришаттың күҙенә ташландыҡ өкө ояһы салынды. Оя тулыһынса емерелеп бөткәйне. Ҡасандыр бында өкөләр йәшәүен белдереп, оя тирәһендә өкөләрҙең ҡорбаны булған ваҡ хайуандарҙың, ҡоштарҙың һөйәктәре тулып ята ине. Ришат еңе менән тирен һөрттө лә, боролоп, үҙенең менгән юлына, тирә-яҡҡа ҡараш ташланы. Бынан, бейектән, тәбиғәт шул тиклем матур күренә ине. Ах ҡаяларға, бормаланып-бормаланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһына ҡарап һоҡланды Ришат. Әгәр унда шағир теле булһа, бер һүҙһеҙ күңелендә тыуған тәбиғәттең матурлығына арналған юлдар тыуыр ине.

Шунда уның ҡарашы ҡапыл аҫҡа, мәмерйә тапҡырына йүнәлде. Урмандан сығып килеүсе кеше ҡапыл уның иғтибарын йәлеп итте. Ришат үҙе лә һиҙмәҫтән, боҫа биреп ҡуйҙы. Менеп килгән кешенең йөҙө асыҡ күренмәй ине. Арҡаһында ҙур биштәре лә бар. Теге кеше, биштәр ауырлығынанмы икән, әҙерәк алға эйелә биргән. Уның артынан, әйтерһең, берәү баҫтырып килә: аҙым һайын тирә-яҡҡа ҡаранып ала. Ят кешенең был ҡыланышы Ришаттың күңелендә шом уятты. «Ни эшләп йөрөй икән был кеше?» тигән һорау ҡайнаны уның башында. Ришат ҡапыл, асыш яһаған кеше һымаҡ, ҡысҡырып ебәрә яҙҙы: «Геолог та инде был! Ә мин уны әллә ниндәй кешегә һанап ятам тағы». Ришат үҙҙәренең ауылы тирәһендә геологтарҙы һәм геология партияларын күргәне бар ине.

Уларҙы күрһә, малайҙың йөрәге елкенә башлай. Геологтар менән бер ултырып һөйләшкеһе, кайһы таш ҡайҙа осрай, ниндәй төҫтә, формала булыуын белгеһе килә ине. Ләкин үҙе бер ҙә һөйләшергә баҙнат итмәне. Ә бына был, исмаһам, көтөлмәгән осрашыу буласаҡ. Ул, моғайын, Өкөташты тикшерергә килгәндер.

Ришат дәртләнеп ҡуйҙы. «Бергә тикшерәбеҙ, әле яҡшылап белмәгән таштарҙы унан һорайым», — тип хыялланды.

Геолог, Ришат уйынса, тәүҙә Өкөташ мәмерйәһенә менеп тикшеренергә тейеш ине. Уның уйы раҫ булып сыҡты. Теге кеше, мәмерйәгә байтаҡ ҡына ҡарап торғас, етеҙ генә үрмәләй башланы. «Ҡайһылай оҫта менә, бейек-бейек тауҙарҙа, ҡаяларҙа йөрөп өйрәнеп бөткәндер», — тип Ришат һоҡланып ҡуйҙы. Малай геологты нисек ҡаршыларға уйлай башланы.

Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас, ул, әлбиттә, был ағайға үҙенең уй-хыялдарын, таштарҙы нисек өйрәнеүен һөйләйәсәк. Ләкин шул саҡ Ришат мәмерйәгә етеп килгән «геолог»ты таныш кешегә оҡшатты. Йөҙө яҡшылап күренмәһә лә, малай уны таныны. ...Был ауыл осонда йәшәгән Ҡылый ине. Уны ауыл халҡы бер эштән икенсе эшкә ҡыуылып йөрөүсе кеше итеп белә. Күҙе ҡылый булғанғамы, әллә күңеле бысраҡҡамы икән — олоһо ла, кесеһе лә уны исеме менән атамай — Ҡылый тип йөрөтә.

Был тирәлә һунар тыйылғас, кешеләр мылтыҡтарын ауыл Советына тапшырҙы. Ә Ҡылый йәшереп алып ҡалды. Ришат бер-ике мәртәбә уның урманда мылтыҡ аҫып йөрөгәнен күргәне бар.

Ауыл ситендә йәшәгәс, ул атып алған йәнлек- ҡоштарын сит-ят күҙгә күрһәтмәй алып ҡайта ала. Шуға уның ҡара эштәре һиҙелмәй, һыуҙан гел ҡоро сыға.

 

«Ғүмерҙә менмәгән мәмерйәгә бушҡа ғына биштәр аҫып менмәгәндер әле», тип Ришат мәмерйә эсенә шыуышты. Бәләкәс кенә был мәмерйәлә йәшенергә урын эҙләуе — ҙур бәлә ине. Шулай ҙа ул ҙур ауырлыҡ менән ике таш араһына ҡыҫылып ятты. Малайҙың ятып өлгөрөүе булды, шунда уҡ, ауыр тын ала-ала, мәмерйә ситендә Ҡылый күренде. Ришат әҙерәк кенә һуңлаһа, Ҡылый малайҙы, моғайын, күрер ине. Ул саҡта инде Ришатҡа, был кешенең ни эшләп йөрөүен белеү икеле. Сандыр оҙон кәүҙәле, йөҙө күп йоҡлаған кешенеке һымаҡ шешенеп бөткән Ҡылый, биштәрен сисеп, мәмерйә төбөнә һелтәне. Биштәр «дырҫ» итеп, Ришат ятҡан ерҙән 3—4 метр алыҫлыҡҡа килеп төштө.

Ҡылый мәмерйә эсенә йүнәлде. Малай тын алырға ла ҡурҡып, тынып ҡалды. «Әгәр минең бында икәнде һиҙһә, үҙенең ни эшләүен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ант иттереп, туҡмаясаҡ», — тип шомланып ҡуйҙы. Бер, өс, биш аҙым... Юҡ, туҡтаны. Тағы ике-өс аҙым атлаһа, Ришатты күргән булыр ине.

Ҡылый урман шауын тыңлап торҙо ла, сүкәйеп ултырып, соҡор ҡаҙырға тотоноп китте. Ташлы ер тиҙ генә бирешә һалманы. Шулай ҙа маташа торғас, ул соҡор ҡаҙып ҡуйҙы. Был Ришатты сығырынан-сыға- рып аптыратты. Биштәрҙән соҡорға ҡанға батҡан болан башы һәм тояҡтары күскәс, ул тәрән ыңғырашып ҡуйҙы, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.

Уның күҙ алдына тере боландар килеп баҫты. Улар икәү, ҡояш нурына ҡойоноп, урман ситендә баҫып тора ине. Күрше тауға таш тикшерергә китеп барған Ришат, шул боландарға һоҡланып, ирекһеҙҙән туҡтап ҡалғайны. Ниндәй матурҙар, һөйкөмлөләр ине. Ә хәҙер тәбиғәт күрке браконьер ҡулынан юҡҡа сыҡҡан. Бәлки, ул бая ялан ситендә торған ике боландың береһелер. Башҡа килгән ошо уйҙан Ришаттың тәне сымырлап ҡуйҙы, бәләкәс йоҙроғо төйнәлде.

Ҡылыйҙы күрә алмау тойғоһо артты. «Ниндәй матур хайуанды әрәм иткән, нисек ҡулы күтәрелгән, ҡанһыҙ», — тип ул саҡ-саҡ урынынан тормай ҡалды. Ришатҡа шуныһы ғына сер булып ҡалды: Ҡылый болан ҡалдыҡтарын нишләп Өкөташҡа алып килгән? Атҡан ерендә лә күмеп ҡалдырып, итен генә өйөнә алып ҡайта ала ине бит.

Бына ул боландың баш-тояҡтарын күмеп, тапап, эргәһендә ятҡан ҙур ташты килтереп һалды.

«Таш аҫтына түгел, тау артына тыҡһаң да, яуаплылыҡтан ҡотола алмаҫһың. Барыбер яуап бирерһең!» — тип эстән һөйләнде Ришат.

Ҡылый, елкәһенән ҙур эш төшкәндәй, уфтанып ҡуйҙы ла, эре-эре атлап тышҡа йүнәлде.

Ришат тәүҙә уның төшөп киткәнен көтөп торҙо, унан һуң, урынынан тороп, һаҡ ҡына мәмерйә ауыҙына килде. Ҡылый шәп-шәп атлап, урман эсенә инеп бара ине. Малай мәмерйәнән сыҡты ла ауыл яғына йүгерҙе. Ауылға ингәс, аҙымын яйлатты, ләкин туҡтаманы, ышаныслы, ҡыйыу аҙымдар менән ауыл Советына ҡарай атланы.

 

Фото: ghilarov.livejournal.com.

Читайте нас: