+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
7 Август 2021, 10:00

Тишек күлдәк

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА

Хикәйә

– Ҡотло булһын! Йылы тәнеңдә туҙһын!
Әлиәгә ҡаланан ҡайтҡан ағаһы менән еңгәһе күлдәк бүләк иттеләр. Өҫ яғы шау сәскәле, ә итәге, ҡыҫҡа еңдәре бер төрлө алһыу төҫтә ине. Эй килешә үҙенә! Һалғыһы килмәй, оҙаҡ ҡына көҙгө алдында бөтөрөлдө. «Һаҡлап ҡына, байрам-фәләнгә генә кейерһең», — тигән әсәһен тыңларға ла теләмәне.

Өйҙә бер үҙе ҡалғас та күлдәгенә һоҡланып туя алманы. Әхирәттәренә күрһәтеп, маҡтанып алғыһы килде. Урамға күҙ һалыр өсөн тәҙрәгә атланы. Ҡаршылағы йорт алдында Миләүшә туп уйнап йөрөй ине.

Ҡыҙыҡай ҡыуанып китте. Асмалы тәҙрәнән сыға яҙып:

– Миләүшә, беҙгә ин! Мин һиңә бер нәмә күрһәтәм! — тип ҡысҡырҙы.

Күрше ҡыҙы, шуны ғына көткәндәй, йылп итеп килеп тә инде:

– Ҡайҙа, нимә күрһәтәһең?

Әлиә өр-яңы күлдәгенең итәген йәйеп тотоп, баҫҡан урынында зыр өйрөлөп алды. «Бына ошоно» тигән ҡиәфәттә танауын күккә сөйҙө.

Миләүшә ауыҙын бәлшәйтте. Уның берәй ҡыҙыҡлыраҡ әйбер күргеһе килгәйне, ахыры. Күлдәк тә булдымы яңылыҡ.

Әммә Әлиә әхирәтен ебәргеһе килмәне. Шуға күрә йәһәт кенә хәйлә уйлап тапты:

– Ю-юҡ, ысынында мин һине уйнарға саҡырғайным. Әйҙә больница уйнайыҡ.

Миләүшә һөйөнөп риза булды. Ҡыҙҙар шкафтан бөтә медицина кәрәк-ярағын, дарыуҙарҙы алып теҙеп һалды. Хәл иттеләр: Әлиә — табип, әхирәте — сирле кеше.

Муйынына фонендоскоп таҡҡан, ҡулына градусник тотҡан «табип» «ауырыу»ға етди итеп ҡарап:

– Йә, нимәгә зарланаһығыҙ? Йүткерәһегеҙме? Температурағыҙ бармы? — тине.

Тик «ауырыу» икенсе төрлө яуап бирҙе:

– Мин ҡоланым. Бына ҡулымды һыҙырҙым.

Әлиә градусникты ситкә ҡуйҙы ла ҡул аҫтындағы әйберҙәр араһынан ниҙер эҙләй башланы. Бер аҙҙан, алтын тапҡандай, шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:

– Бына бит ул «зелёнка»!

Ҡулына бәләкәй генә быяла һауыт тотҡан «табип» «яра»ны эшкәртергә булды. Мамыҡ таяҡсаны йәшел генә шыйыҡсаға манып алғас, «ауырыу»ҙың йәрәхәтенә төрткөләне. Унан тирә-яғына ҡаранып, һауыттың ҡапҡасын эҙләне. Бәләкәй генә төймәсекте үрелеп алам тигәнсе, «зелёнка» ны күлдәгенә түкте.

Алһыу ерлектә ҙур булып йәйелгән тапты күреп, ике әхирәт бер мәлгә өнһөҙ ҡалды. Күп тә үтмәй, Әлиә сәрелдәп ебәрҙе:

– Күлдәгем! Күлдәгем!..

Тулҡынланыуҙан ул башҡа бер нәмә лә әйтә алманы, бер үк һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы. «Хәҙер нимә эшләргә? Бөгөн генә алғайнылар бит кейемде!»

Әхирәте шып-шым ине. Уның күлдәге түгел дә, барыбер Әлиәне йәлләне. Шунан йыуатырға теләп:

– Әйҙә, йыуайыҡ күлдәгеңде. Әсәйеңдәр ҡайтҡансы кибер әле, —тине.

Ысынлап та, өлкәндәр килгәнсе хатаны төҙәтергә кәрәк. Ҡыҙҙар эшкә тотондо. Һыу йылытып, тасҡа ҡойғас, байтаҡ ҡына кер йыуыу порошогы һалдылар. Күлдәкте батырып, теге хәйерһеҙ тапты ышҡый башланылар.

Ләкин, күпме генә тырышһалар ҙа, күлдәк таҙарманы. Кер һабыны алып та ышҡып ҡаранылар. Юҡ, бөтмәй бит, ә!

Аптырағас, Әлиә китап шкафынан «Файҙалы кәңәштәр» китабын алып аҡтара башланы. Кәрәкле теманы табып ҡысҡырып уҡыны: «Зелёнка» тамған әйберҙе марганцовкалы һыу менән йыуып бөтөрөргә мөмкин».

Дарыуҙар араһынан марганцовка эҙләп табып, һыуға һалды. Күберәк төшөп китте шикелле. «Ярай, яҡшыраҡ йыуылыр», — тип уйланы Әлиә һәм тасҡа күлдәген тығып, тағы ышҡыны.

Булмағас, булмай икән. Тап бөтөргә лә уйламаны. Бер саҡ Миләүшә белдекле ҡиәфәттә:

– Эй, онотоп та торам. Әсәй берәй нәмәне таҙартам тиһә, һыуға ағартҡыс өҫтәй ине, — тине.

Ағартҡысты ла тиҙ таптылар. Бер мәл йәшел тап бөттө. Бөттө лә... аҡҡа әйләнде.

Ҡыҙҙар берсә — күлдәккә, берсә бер-береһенә ҡарашты. Инде иларлыҡ та хәлдәре ҡалмағайны уларҙың. Хәлдән тайып, иҙәнгә сүгәләнеләр.

Тауыш-тынһыҙ байтаҡ ултырҙылар шулай. Миләүшә үҙен үтә ғәйепле тойҙо. Ул бит ағартҡыс ҡулланырға тәҡдим итте. Шуға хәлде төҙәтергә теләп:

– Әйҙә, минең апайыма барайыҡ. Берәй юлын табыр әле, — тине.

Күңелһеҙ генә сығып киттеләр өйҙән. Бәхеттәренә, Гөләйфә өйҙә ине.

– Апай, ней... Әлиәнең күлдәге бысранғайны. Бөтмәй ҙә бөтмәй, — тине Миләүшә йәлләткес итеп.

Гөләйфә зыян күргән ерҙе диҡҡәт менән ҡараны.            «Их, һеҙ, ишкәнһегеҙ ишәк сумарын», — тип күлдәкте ҡулында тегеләй-былай тулғандырып торҙо ла, Әлиәгә боролоп:

– Запас тауар киҫәге бармы бының?            —тине. Бер нәмә лә аңламаған ҡыҙҙар аңшайып тора биргәс: — Ямау һала торғанын әйтәм, — тип өҫтәне. Унан, булмаҫ быларҙан тигәндәй, күлдәктең тиҫкәре яғын әйләндерҙе. Урынында ине бәләкәй генә сәскәле тауар киҫәге.

Гөләйфә өҫтәл артына барып ултырҙы ла теген машинаһына тотондо. Ҡулдары оҫта уның.

Ҡыҙҙар ҙа өҫтәл янына йылышты. Әлиәнең генә һаман да ҡурҡыуы үтмәгәйне. Әле лә: «Ямау ямау инде. Һиҙмәҫтәр тиһеңме, күҙгә бәрелеп үк торасаҡ бит», — тип хафаланды.

Гөләйфәнең ҡулдарына күҙ эйәрмәне. Теген машинаһын зырылдатты ғына. Унан үтекләп тә ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, ҡәнәғәт тауышы яңғыраны:

– Булды, ҡыҙҙар!

Күлдәктең итәген йәйеп һалыуы булды, Әлиә баяғы тап урынында матур сәскәне күрҙе. Килешеп тора бит әле уныһы. Әйтерһең, өҫкө яҡтағы шау сәскәле болондан берәүһе аҫҡа һикереп төшкән дә ирәйеп үҫеп ултыра. Бүлмә эсе шат ауаздарға сумды.

Бер аҙҙан Әлиә йырлай-йырлай өйөнә ҡайтып бара ине инде. Бәләнән баш-аяҡ тип, күлдәкте ҡабат кеймәне, яҙып ҡына артлы ултырғысҡа элеп ҡуйҙы. Ҡайтып ингән әсәһе итәктәге яңғыҙ сәскәне абайлап:

— Атаҡ-атаҡ, быныһы юҡ ине түгелме һуң? Әллә бая иғтибарлап ҡарамай, күрмәй ҡалдыммы икән? Ҡартаям, ахыры, — тип һөйләнде.

Әлиә беренсе тапҡыр әсәһенең һуңғы һүҙҙәренә бошонманы. Һығып ҡосаҡлап, уны сикәһенән үбеп алды ла һикерә-ырғаңлай ҡаршылағы күрше йортҡа сығып йүгерҙе. Ҙур үҫкәс, тегенсе булырға ҡарар иткәйне ул.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: