+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
11 Ноябрь 2021, 12:50

Тылсымлы көс

Флүр ҒАЗИН

 

 Хикәйә

 

Сәлимә, стенала эленеп торған ҙур, семәрле көҙгө алдына баҫҡас, үҙенең һимеҙ йөҙөн күреп, уттан ҡурҡҡандай, ситкә ҡараны. Синыфташ ҡыҙҙары ла кемуҙарҙан көҙгөгә ҡапланды, хихылдаша-хихылдаша сәс тарарға, бит һыйпаштырырға тотондо, ә артыҡ ҡылансыҡтары ирен буяғыс сығарҙы...

Эйе, Сәлимә көҙгөгә оҙаҡ ҡарамаһа, үҙенең килбәтһеҙерәк кәүҙәһен, шаҙра йөҙөн онотҡандай була. Бер аҙ иркенлек тоя, ҡыҙҙарға һүҙ ҡушырға баҙнат итә, хатта малайҙарға күҙ төшөрөп ҡуя. Ә былай... төрттөрөү, мыҫҡыллауҙан ҡотолор әмәл юҡ. Хет ҡолағыңды мамыҡ менән тыҡ та ҡуй инде. Төрлөсә көлөүҙәр бәләкәйерәк саҡта һиҙелмәһә лә хәҙер, иҫ белгәс, һәр насар һүҙ тетрәндерә, онотолмайынса йонсота, ҡайғырта шул... Әгәр ауырыу әсәһе үтенмәһә, бөгөндән үк уҡыуын ташлар ҙа, кеше күҙенә күренмәй генә өйҙә ултырыр ине.
Ниһайәт, ҡыҙҙар төҙәнешеп бөттө шикелле, шау-гөр килеп, һәммәһе лә залға йүнәлде. Сәлимә лә улар артынан атланы. Сисенеү-кейенеү бүлмәһенә ингәс, ҡыҙҙар өҫ кейемдәрен спорг формаһына алмаштырҙы. Сәлимә лә күлдәген сисә башлағайны, тиҫтерҙәренең үҙенә текләп ҡарағанын күреп, ҡаушап ҡалды.
— Сәлимә, һин йәнә форма кеймәйенсә уҡытыусынан әрләнмәксе булаһыңмы? — тип класс старостаһы Лилиә сәрелдәне.
— Сәлимә, кей әле шул формаңды, — тине әхирәте Мәүлиҙә лә. Малайҙар ни, көлөр ҙә туҡтар...
— Кей инде, кей, — тип бүтәндәр ҙә гөж килде. Ҡыҙ, көс ҡулланып күлдәген сисеп ҡуймаһындар тигәндәй, итәгенә сат йәбеште лә мөйөшкә һырынды. Ҙур кәүҙәһе бөршәйеп, бәләкәсәйеп ҡалды. Уны, әлбиттә, көслөк менән берәү ҙә сисендерергә уйламай ине. Лилиә, әсе телләнеп:
— Фигураң һәйбәт булғас, күҙ тейҙереүҙән ҡурҡаһыңдыр инде, — тине.
— Их, Лилиә, кешенең хәлен аңларға кәрәк. Тотаһың да көлә башлайһың, — тип үпкәләне Мәүлиҙә.
— Һм, табылған ҡурсалаусы, ишкә ҡуш тигәндәй, һин дә унан бер ҙә кәм түгел инде, — тип ныҡышты Лилиә.
Тәбәнәк кенә буйлы, бесәй мыйыҡлы физкультура уҡытыусыһы Сәлимәнең спорт формаһында түгеллеген шунда уҡ күрҙе.
— Исҡужина, һин йәнә формаһыҙмы?
Сәлимә ыҡ-мыҡ итте.
— Мөьмин Кимович, уның спорт формаһы бар, тик Сәлимә үҙе кейергә теләмәй, — Лилиә ошаҡлай ҙа һалды.
— Исҡужина, формаһыҙ күпме йөрөргә мөмкин? Йә спорт формаһы кейәһең, йә «2»ле сәпәйем. Ҡыҫҡаһы, атай-әсәйеңдән башҡа дәрескә килеп йөрөмә! — Шулай өндәште уҡытыусы.
Сәлимә икенсе юлды һайланы. Ул, йәнә бер дәрес барлығына ҡарамаҫтан, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Мәктәп бинаһының мөйөшөнән генә боролғайны, ҡапыл, ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ике малай хасил булды. Шуҡ малайҙарҙы таныған Сәлимә туҡтап ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, артҡа сигенә башланы. Малайҙарға шул ғына кәрәк ине: ҡыҙға ҡаршы йүгерҙеләр. Ул ҡасырға уҡталғайны, нимәгәлер эләгеп, һөрлөгөп барып төштө. Ҡапыл ғына торорға үҙендә көс тапманы. Аҡ алъяпҡысы бысранып, ер төҫөнә ингәйне. Малайҙар һыпыртыу яғын ҡараны. Сәлимә ғәрлегенән сеңлап илап ебәрҙе. Өйгә ҡайтып ингәс, әсәһенең иҫе китте:
— Балам, ни булды, ҡайҙа бысрандың? Аяҡ аҫтың- ды ҡарап йөрөргә кәрәк ине!
— Ни булды? Ни булды? — Әсәһенә үпкәләгәндәй итте ҡыҙ. — Минән аҙым һайын көләләр, мыҫҡыллайҙар. Былайтып көн иткәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ. Минең йәберләнеп йәшәгем килмәй, беләһеңме, әсәй...
Әсә кеше, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә эшләргә белмәйенсә урынында тапанды. Йөҙө нығыраҡ ағарынды, эскә батҡан күҙҙәре төҫһөҙләнде, тамағына төйөлгән төкөрөгөн йота алмай торҙо. Тыны ҡурылып, күкрәгендә һауа етмәй башлағас, сүгәләп ултырҙы. Сәлимә, әсәһенең хәле мөшкөлләнгәнде күреп, урынынан ырғып торҙо.
— Әсәкәйем, ни булды? — Ҡыҙыҡай әсәһен күтәрергә маташты.
— Үтә ул, балам, үтә. Әҙерәк сабыр ит. Өҫтәлдә генә ятҡан валидолды алып бир, — әсә кеше ишетелер-ишетелмәҫ кенә мығырланды. — Һин, ҡыҙым, миңә ул тиклем үпкәләмә инде. «Йәшәгем килмәй», тигән һүҙеңде ишетеү ауыр. һинһеҙ нисек йәшәрмен? Эй, һеҙ бала әле. Бер-берегеҙҙең етешһеҙлегенән, кәмселегенән көлөп, күңелегеҙгә ут һалаһығыҙ. Хикмәт кәүҙәләме ни? Эш аҡылда, зирәклектә...
— Ғәфү ит, әсәй. Ҡыҙып китеп әллә нимәләр һөйләнем. Әсәй, әллә фельдшерға йүгерәйемме?
— Кәрәкмәй, ҡыҙым, урындыҡҡа ғына һал. Хәҙер үтер ул...
Сәлимә әсәһенә мәтрүшкә сәйе эсереп, дәрес әҙерләргә ултырҙы. Математиканан миҫалдарҙы оҙаҡ ҡына сығара алмай баш ватты. Хәйер, күҙ алдында миҫалдар түгел, икенсе нәмәләр йүгерешә ине: Лилиәнең мыҫҡыллауы, физкультура уҡытыусыһының йөҙө, шуҡ малайҙарҙың көлөүе. Ошондай ҡыйын мәлдә Мәүлиҙә килеп инде.
Сәлимә дәрес ташлап ҡайтып киткәс, мәктәптә ҙур ғауға булып алған икән. «Мин һине география дәресендә уҡытыусыға ауырып ҡайтып китте, тип уҡытыусыға әйтеп ҡарағайным да, Лилиә ошаҡлашып ултыра. Уҡытыусы бер нәмә лә әйтмәне, һин яҡшы уҡыйһың бит...»
— Йылы һүҙең өсөн рәхмәт, Мәүлиҙә!
— Ҡуй әле, ҡайҙа география дәреслегең, — тип ул, Сәлимәнең урынынан тороуын да көтмәйенсә, ағас шкафтағы китап-дәфтәрҙәргә ынтылды. Китап урынына, аңғармаҫтан, ҡалын ғына дәфтәр тартып сығарҙы. Күҙ ҡараһы кеүек күреп, бер кемгә лә бирмәй, берәүгә лә уҡытмай һаҡлаған дәфтәрен әхирәтендә күргән Сәлимә сәбәләнде. Дәфтәрҙе алырға ынтылғайны, Мәүлиҙә йылғырыраҡ булып сыҡты...
— Сәлимә, ярай инде, ҡарарға рөхсәт ит. Серҙе асмаҫҡа һүҙ бирәм...
Сәлимә, әлбиттә, яҡын әхирәтенә ҡаршылашып торманы.
Иң тәүге биттәге шиғыр Мәүлиҙәнең иғтибарын шунда уҡ үҙенә тартты.
Шиғырҙарым әгәр ярҙам итһә,
Хәл итергә кеше яҙмышын, —
Кеше ҡайғыларын еңеләйтһәм,
Тик йыр булыр минең тормошом.
— Был шиғырҙы ҡайҙан алдың?
— Үҙемдеке, — тип Сәлимә ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуапланы.
— Һин шиғыр яҙаһыңмы ни? һай, маладис!
Ниңә тымдың, турғай, әйҙә һайра,
Мин үлгәс тә ҡояш һүнмәй бит.
Кешеләр һәм донъя ҡала,
Бар тереклек бергә үлмәй бит.
— Ҡалай шәп яҙылған. Ысын шағирҙарҙыҡынан кәм үгел.
— Ысынмы, Мәүлиҙә?
— Ысын, ышан миңә. Был һүрәттәрҙе лә үҙең эшләнеңме? Ҡара, шағирә генә түгел, рәссам дә икәнһең, — тине Мәүлиҙә, әхирәтенең ижадына һоҡланып. — Бынау Лилиә бит, ҡалай оҡшатҡанһың, ҡалын кәүҙәле итеп дөрөҫ эшләгәнһең. Шул кәрәк уға. Бынауһы мин, сәскәле күлдәк кейҙергәнһең. Хыялым һүрәттә булһа ла тормошҡа ашҡан икән. Был һүрәттә үҙең, ибет...
Сәлимә үҙен кем генә итеп эшләмәгән: актриса ла, парикмахер ҙа, һатыусы ла, атта ла саба, мотоциклда ла елеп бара... Мәүлиҙә һуң ғына ҡайтып китте.

* * *

Сәлимәләр класы һәр уҡыу йылы аҙағында ата- әсәләргә концерт күрһәтергә ғәҙәтләнгән. Быйыл да ныҡ әҙерләнде уҡыусылар. Мәүлиҙә, был концертҡа Сәлимәне лә индереп, берәй шиғыр һөйләргә ҡыҫтап ҡараны. Сәлимә риза булманы. Мәүлиҙә әхирәтен күндерә алмағас, шиғырҙы үҙе уҡырға рөхсәт һораны.
Кисә Лилиәнең шиғыр һөйләүенән башланып китте. Шунан концертты ҡыҙҙар бейеүе дауам итте. Концерттың өсөнсө номерында Мәүлиҙә Сәлимәнең шиғырын яттан һөйләргә тейеш. Мәүлиҙә сәхнәгә сыҡҡас, Сәлимә үҙенә урын тапмай борғаланды, ташлап сығып киткеһе килде. Тик ниндәйҙер көс кенә туҡтатты.

Сәлимәнең борсолоуы бушҡа ғына булған икән. Мәүлиҙә, бар залды яңғыратып:
Йөрәгемде йәнә телде төҫлө,
Йәйге таңда мылтыҡ тауышы.
Бер матур ҡош ергә килеп төштө, һиҫкәндереп күлдәр ҡамышын...
Мәүлиҙә бер нисә шиғыр һөйләп ташланы.
Бөтә зал шиғри юлдың тылсымлы көсөнә буйһоноп, тынып ҡалды. Мыҫҡыллап көлөргә йырылған ауыҙҙар ябылды. Күптәр Сәлимәгә тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны.
Арттағы рәттәрҙең береһенән:
— Вәт, исмаһам, ысын шағирә! — тигән тауыштар ишетелде.
Эйе, был концерт ижади батырлыҡҡа, рухи матурлыҡҡа ҡоролғайны.

 

Фото: https://www.pinterest.ca/pin/692850723904176450/. 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: