+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
12 Ноябрь 2021, 08:28

Бөгөн – йома

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

 

Бөгөн – йома!

Күмәкләшеп

Беҙ мәсеткә барабыҙ.

Раббыбыҙға  шулай итһәк,

Яҡыная арабыҙ.

 

Йома!

– Изге көн, тип хатта

Ямғыр яумай, һибәләй.

Фәрештәләр наҙлап ҡына

Бейей беҙҙең тирәләй.

  

– Беренсе итеп яҙайым, –

Тиҙер ул,  – ҡанатына.

– Шул сағында мәктәптә лә,

Бар ерҙә яратырҙар...

 

Тип әйтергә теләгәнен

Иртәнсәк үк аңланым.

Фәрештәләр яҡын нитә

Доға белгән баланы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: