Уларҙың «Бәйләнештә», «Инстаграмм» селтәрҙәрендәге тура бәйләнештәре көн һайын киске сәғәт 5-тә уҙғарыла. Мәҫәлән, «Ҡөрьән уҡыу техникаһы» онлайн-мәктәбенә, «Ҡөрьәнде өйрән» проектына нигеҙ һалыусы Айҙар Сәйғәфәров үҙенең эшен ойоштороу, балаларҙы тәрбиәләү тәжрибәһе менән бүлешһә, табип-микробиолог, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Марсель Тойғонов коронавирустан мөмкин булған һаҡланыу саралары хаҡында һөйләне.
Алдағы көндәрҙә психологтар, ирекмәндәр, билдәле яҙыусылар, тарихсылар, район ҡоролтайҙары, Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән дә осрашыуҙар үткәреләсәк.