Был көн 1961 йылдың 12 апрелендә «Восток» йыһан карабында совет космонавы Юрий Гагариндың кешелек тарихында тәүге тапҡыр йыһанға осоуы менән иҫтәлекле. Уның был сәйәхәте 108 минут дауам итеп, имен-һау әйләнеп ҡайта. Ошонан һуң Юрий Гагариндың исеме бөтә донъяға танылып, уның үҙенә майор һәм Советтар Союзы Геройы исемдәре бирелә. Әлеге ҡаҙаныш Советтар Союзын донъяла алдынғы урынға сығара, илдең халыҡ-ара абруйын күтәрә.