Бөгөн Рәсәйҙә 21 мең 102 кешенең коронавирус йоҡторғанлығы билдәле. 1 мең 694-е һауыҡҡан, 170 кешенең ғүмере өҙөлгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса илдә һуңғы тәүлектә генә 2 мең 774 яңы осраҡ теркәлгән, ә 224 кеше һауыҡҡан.
Поликлиника хеҙмәткәрҙәренә теләһә ҡайһы киҫкен йоғошло респиратор ауырыуҙы ла, коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһен көтөп тормайынса, шик аҫтына алырға кәңәш ителә. Был турала Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында бирелгән рекомендацияла яҙылған. Тәүге 48 сәғәттә дауалау башлау сирҙе еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә, тиелә унда.