-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:46

Онлайн-концерт- минең өсөн ғәҙәти булмаған тәжрибә, ти Рәсүл Ҡарабулатов

Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы, йырсы, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге директоры Рәсүл Ҡарабулатов онлайн-концертына саҡыра.

Ул 16 апрелдә киске сәғәт 7-лә Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге аккаунтында була. Тура эфирға ҡушылыу һәм концертты ҡарау өсөн «Инстаграм» селтәрендә @gkdc_ru аккаунтына яҙылырға кәрәк.
– Үҙемдең ижади тормошомда күп тапҡырҙар сәхнәлә сығыш яһарға тура килде, тик онлайн режимда интернет трансляцияны тәүге тапҡыр ойошторам. Был — минең өсөн ғәҙәти булмаған тәжрибә, – ти йырсы.
Читайте нас в