+12 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 12:19

«Китапхана төнө – 2020» акцияһы ла онлайн рәүештә үтә

25 апрелдә бөтә ил буйынса «Китапхана төнө – 2020» Бөтә Рәсәй социаль-мәҙәни акцияһы үтәсәк.

Быйыл ул онлайн рәүештә ойошторола. Акцияһың рәсми биттәрендә оҫталыҡ дәрестәренән тура трансляциялар, тематик лекциялар, шиғри уҡыуҙар уҙғарыласаҡ.
Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы www.ufa-lib.ru әлеге сараға туғыҙынсы тапҡыр ҡушыла һәм китап һөйөүселәр өсөн бай программа әҙерләгән. Уның төп темаһы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы. Акцияның тура бәйләнеше киске сәғәт 6-ла башланып, төнгө сәғәт 11-гә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас в