+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 12:25

Американан уҡыусыларыбыҙ ҡайта

Ниндәйҙер программа буйынса Америкаға белем алырға киткән Рәсәй балаларының пандемия башланғас, сит ерҙә ҡыйын хәлдә тороп ҡалыуы тураһында яҙғайныҡ.

Рәсәйҙең Вашингтондағы илсеһе Анатолий Антонов уларҙың бөгөнгө рейс менән ҡайтасаҡтарын белдерҙе. Әле төп мәсьәлә -15 штат буйлап таралған уҡыусыларҙы туплау. Уларҙың күбеһенә Нью-Йоркка килеп еткәнсе бер нисә транспортҡа күсеп ултырырға кәрәк. Бында беҙҙең дипломаттарға "Американың урыҫ йәштәре" йәмәғәт ойошмаһы ярҙам итә. Уның ирекмәндәре үҫмерҙәрҙе Нью-Йорк аэропортында ҡаршы ала. Анатолий Антонов әйтеүенсә, бөгөн бөтә балаларҙы ла ҡайтарып бөтөп булмай әле. Ҡалғандары тураһында мәғлүмәттәр табыу буйынса алда ҙур эштәр тора. Шул уҡ ваҡытта бер кемде лә, ата-әсәһенең ризалығынан тыш, көсләп ҡайтармаясаҡтар.
Читайте нас: