-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:51

21 мәктәпкә исем бирелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 21 мәктәпкә Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһының Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм күренекле эшмәкәрҙәр исеме бирелде.

Уларҙың исемлеге хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең Яңы Мишәр филиалы – Ҡотдос Латипов, Кушнаренколағы 1-се мәктәп – Валентин Паширов, Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш мәктәбе – Әмир Хәйҙәров, Борай районы Ҙур Баҙраҡ мәктәбе – Тазетдин Ғиләзетдинов, Өфөнөң 105-се гимназияһы – Николай Кузнецов, 15-се белем биреү үҙәге – Риф Сәхәбүтдинов, 14-се спорт мәктәбе – Артур Әхмәтханов, Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктәбе – Ғилемхан Иҙрисов, Шаран районы Баҙғыя мәктәбе – Михаил Егоров, Стәрлетамаҡ районы Николаевка мәктәбе – Пётр Ушаков, ошо уҡ райондың Золотоношка мәктәбе – Яков Ткаченко, Стәрлетамаҡтағы 4-се мәктәп – Дәйләгәй Ноғоманов, Балтас районы Иҫке Балтас мәктәбе – Үлмәҫ Шакиров, Штанды мәктәбе – Әниф Әкрәмов, Ҡыйғы районы Ләүйылға мәктәбе – Дмитрий Ракшин, Әлшәй районы Түбәнге Әүрез мәктәбе – Рафиҡ Ихсанов, Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе – Хәнәф Нурғәлиев, Нуриман районы Байгилде лицейы – Ришат Исмәғилев, Ғафури районы Ҡауарҙы мәктәбе – Нәзәфәт Ғарипова, Яңауыл районы Яңы Артауыл мәктәбе – Хәлим Әмиров, Учалылағы 1-се башҡорт лицейы Сабир Йыһаншин исемен йөрөтәсәк.
Читайте нас в