-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 09:03

Башҡортостанда 19 мең сығарылыш синыф уҡыусыһы БДИ тапшырасаҡ

Был хаҡта брифингта Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Ул БДИ-ға әҙерлек буйынса онлайн-кампания дауам итеүен хәтергә төшөрҙө. Шәмбе һайын үткәрелгән дәрестәр июндә лә туҡтамаясаҡ әле. Унан тыш, хәҙер консультациялар аҙнаһына ике тапҡыр бөтә фәндәрҙән үтәсәк.
– Был үткән йылдағы сығарылыш синыф уҡыусыларының ғәҙәттәге хаталарын, еңел бирелмәгән ауыр мәсьәләләрҙе тикшерергә, БДИ-ны юғары балға тапшырған сығарылыш синыф уҡыусылары әҙерләгән уҡытыусылар, БДИ-ны тикшереү буйынса комиссия рәйестәре һәм ағзалары менән аралашырға ла мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Айбулат Хажин IX синыфты 42 мең уҡыусы тамамлауын, шуларҙың 55 проценты һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыуҙарын дауам итеүен, ә ҡалған 45 проценты X синыфҡа барасаҡтарын да һөйләне.
Читайте нас в