Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 22:58

Йыл әйләнәһенә эшләүсе «Башҡорт Артегы» булдырыласаҡ

Республикабыҙҙа «Башҡорт Артегы» исемендә йыл әйләнәһенә эшләүсе лагерҙар селтәрен булдырыу күҙаллана. Ошондай уй-фекере менән Сибайға сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров бүлеште.

Республика етәксеһе Төйәләҫ йылғаһы яры буйында урынлашҡан «Шифа» балалар һауыҡтырыу лагерында булды. Бында ҡаланың мэры Рөстәм Афзалов менән улар был учреждениены яңыртыу һәм алдағы үҫеше хаҡында фекер алышты. Әлеге ваҡытта балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн бер ниндәй ҙә шарттар юҡ. Ошо йәһәттән йоҡо бүлмәләре генә түгел, уҡыу кабинеттары, спорт залы, ашхананы үҙ эсенә алған яңы корпус төҙөү тәҡдим ителде. Был иһә төрлө йүнәлештәге хәҙерге заман белем биреү программаларын ҡулланып, Урал аръяғынан балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.
Хәҙерге көндә проект өҫтөндә эш башланған да инде, көҙгә тиклем ул әҙер буласаҡ. Радий Хәбиров ҡала башлығына ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыусы башҡа муниципалитеттарҙың тәжрибәһен өйрәнергә лә кәңәш бирҙе.
– Беҙ республикала «Башҡорт Артегы» исемендә йыл әйләнәһенә эшләүсе лагерҙар селтәрен булдырырға теләйбеҙ. Беҙгә бындай 4-5 объект кәрәк. Иң тәүҙә улар юғары матди-техник базаһы менән айырылып торорға тейеш. Шулай ҙа иң мөһиме – көслө педагогик коллективтың булыуы, хәҙерге заман белем биреү программалары, сит телдәрҙә уҡытыу. Шул ваҡытта беҙ йыл буйына был лагерҙар аша иң һәләтле балаларыбыҙҙың белемдәрен арттыра алыр инек, – тип белдерҙе республика Башлығы.
Читайте нас в