-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 09:40

Эшһеҙлек буйынса пособие артасаҡ

Бығаса эшһеҙлек буйынса иң бәләкәй пособие 1 мең ярым ине.

27 майҙа хеҙмәт баҙары буйынса үткән кәңәшмәлә Президент Владимир Путин эшһеҙлек буйынса минималь пособиены 3 тапҡырға арттырырға ҡушты. Хәҙер ул 4 мең 500 һум буласаҡ һәм эшһеҙлек буйынса иҫәпкә торғандарға өс айға түләнәсәк. Башҡортостанда ул 5 меңдән саҡ ҡына күберәк буласаҡ. Президент шулай уҡ нәҡ коронавирус пандемияһы осоронда эшен юғалтыусыларға эшһеҙлек буйынса пособие түләү ваҡытын тағы өс айға оҙайтырға ҡушты. Йәғни уларға йылдың өсөнсө кварталында ла пособие түләнәсәк.
Читайте нас в