-33 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 13:59

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры - Өфөлә

Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эш сәфәре менән Өфөгә килгән. Ул бында Зубово ауылы янында төҙөлгән яңы Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы филиалын асыу тантанаһында ҡатнаша.

Шулай уҡ Республика онкодиспансеры, Республика балалар клиник дауаханаһы, кардиоүҙәк эше менән танышасаҡ. Михаил Мурашконың "COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирлеләрҙе дауалау" ғәмәли видеокәңәшмәһендә сығыш яһауы ла көтөлә.
Читайте нас в