+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 17:49

Баш ҡала уҡыусылары өсөн «Өфө уйнай – 2020» офлайн-уйын үтәсәк

Быйылғы уҡыу йылында дистанцион уҡыу ваҡытында уҡыусыларға күп ваҡыт компьютер артында ултырырға, бик аҙ хәрәкәтләнергә тура килде. Ошоно иҫәпкә алып, «Өфө – яратҡан ҡалам» программаһы сиктәрендә «Өфө уйнай – 2020» офлайн-уйыны ойоштороласаҡ.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, уйын 8 июндә старт ала һәм өс этаптан торасаҡ:
1 этап – 8-енән 11 июнгә тиклем;
2 этап – 16-һынан 19 июнгә тиклем;
3 этап – 23-өнән 26 июнгә тиклем.
Уйынды үткәреү ваҡыты – иртәнге 10-дан төшкө 1-гә тиклем.
Саф һауала ойошторолған мажаралы-танып белеү уйынында V –VII, IX – X синыф уҡыусылары ҡатнашасаҡ, һәр этапта 700 уҡыусы уйнауы көтөлә.
Уйында ҡатнашырға теләүселәргә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында анкета тултырырға кәрәк. Теркәлеү 4 июндә башланасаҡ. Еңеүселәр һәм призёрҙарҙы бүләктәр ҙә көтә.
Читайте нас в