-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 09:36

Еңеү парадында 64 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнашасаҡ

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы, 1945 йылдың 24 июнендәге Еңеү парады уңайынан үткәрелгән хәрби парад Рәсәйҙең 28 ҡалаһында уҙасаҡ. Был хаҡта «Красная звезда» гәзитенең яңы сығарылышында хәбәр ителә.

Еңеү парадында 64 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, 2,4 меңгә яҡын сылбырлы тәгәрмәсле, автомобиль һәм авиация техникаһы, 13 һыу өҫтө карабы, һыу аҫты кәмәләре һәм тәьмин итеү суднолары ҡатнашасаҡ. Мәртәбәле сара үткән ҡалаларҙа урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 10-да артиллерия салюттары ла биреләсәк.
Еңеү парады йыл һайын 9 майҙа үткәрелә ине. Быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында кисектерелеп торолдо. Рәсәй Президенты Владимир Путин парад көнө итеп 24 июнде билдәләне. Был көндөң һайланыуы осраҡлы түгел, 1945 йылдың 24 июнендә тәүге Еңеү парады үткән.

Читайте нас в