-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 16:32

«Мин Пушкин образында» конкурсында ҡатнашығыҙ

Баш ҡалабыҙҙа Рәсәйҙәге Пушкин көндәренә арнап «Мин Пушкин образында» фотоконкурсы бара. Ул 30 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Бәйгелә Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда темаға тап килгән төрлө жанрҙағы нәфис фотолар ҡабул ителә. Фотоконкурста фотографтар түгел, фотоһүрәттәге кешеләр ҡатнаша. Эштәр ике йәш төркөмөндә баһаналасаҡ: 6-нан 14 йәшкә тиклем, 15 йәштән һәм өлкәндәр.
Фотоконкурс өс этаптан торасаҡ:
  1. 5-енән 15 июнгә тиклем «Мин Пушкин образында» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына эштәр ҡабул ителә.
  2. «Бәйләнештә» селтәрендә 17-һенән 23 июнгә тиклем иң яҡшы фотоға тауыш биреү уҙасаҡ. Иң күп лайк йыйғандар өсөнсө этапҡа күсә.
  3. Финал тауыш биреү 25-енән 29 июнгә тиклем ойошторола. Уның һөҙөмтәһе буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк.
  4. Фотоконкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ, ғаризаны 15 июнгә тиклем c[email protected] электрон почтаһы буйынса ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнәсәк.
    Читайте нас в