-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 18:55

Теләгән – әмәлен эҙләр, теләмәгән – сәбәбен эҙләр

Пандемия арҡаһында милли баҫмаларыбыҙҙың тиражы кәмей бара. Ләкин беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ күп, шөкөр! Һөйөнөслө хәбәр алдыҡ әле.

Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, элекке йәш хәбәрсебеҙ Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова алты балалы ғаиләгә "Йәншишмә" гәзитен яҙҙыртҡан. Ул ғаилә Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәй. Гәзитте Ильяс исемле малайға бүләк итә. Афарин, Ләлә Фәнүр ҡыҙы!
Читайте нас в