+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 21:39

Ура, бирсәткәләрҙе сисәбеҙ! Сирләүселәр кәмей!

Бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус буйынса индерелгән режим буйынса сикләүҙәрҙе кәметеү тураһында белдергән.

"Йәй, эҫе. Битлек режимын һаҡлайбыҙ, әммә бирсәткәләр артыҡтыр, өҫтәүенә йәмәғәт транспортына дезинфикаторҙар ҙа ҡуйылды", - тигән ул.
Эйе, коронавирус йоҡтороусылар кәмей, Аллаға шөкөр. 15 июнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса һуңғы тәүлектә 61 кешенең COVID-19 вирусы менән сирләүе асыҡланған. Әммә тынысланырға иртәрәк. 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн үҙизоляция бөтрөлмәгән әле. Парк, скверҙарҙа, йәмәғәт урындарында йөрөгәндә битлек кейеү мотлаҡ.
Читайте нас: