+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 08:04

Президент менән тура бәйләнеш көтөлә

Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнән һуң Владимир Путин граждандар менән тура бәйләнеш үткәрәсәк.

– Теүәл ваҡытын өҫтәмә хәбәр итербеҙ. Был Владимир Путиндың кешеләр менән аралашҡан тулы форматтағы тура бәйләнеше буласаҡ, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә уҙасаҡ. Владимир Путин тәүге тапҡыр халыҡ менән 2001 йылдың 24 декабрендә тура эфирҙа аралашҡайны. Уның барышында ил етәксеһе граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарына яуап бирәсәк. Президентҡа һорауҙарҙы смс, махсус мобиль ҡушымта йәки программа сайты аша ла бирергә була.



Читайте нас: