-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 10:56

Бушлай туҡланыуға 22 миллиард һум аҡса бүленде

Белеүегеҙсә, яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә I – IV синыф уҡыусылары бушлай туҡланасаҡ. Бындай маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 22 миллиардҡа яҡын аҡса бүленде.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин тарафынан ҡарарға ҡул ҡуйылған. Ғаиләнең социаль хәленә ҡарамай, барлыҡ башланғыс синыф уҡыусыларына бушлай ҡайнар аш биреләсәк. Бындай тәҡдимде Рәсәй Президенты индергәйне, унан Дәүләт Думаһында ҡабул ителде. Белдереүҙәренсә, туҡланыуға бөтә сығымдар ҙа федераль ҡаҙнанан финансланасаҡ.
Читайте нас в