Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 16:35

Тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтәсәк

Табиптарға рәхмәт йөҙө уңайынан быйыл Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө ҙурлап байрам ителәсәк. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров 8 июндә үткән оператив кәңәшмәлә ҡарар иткәйне.

Баш ҡалабыҙ майҙансыҡтарында байрам саралары иртәгә, 26 июндә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башланасаҡ. Көндөҙгө сәғәт 3-тән дүртенсе яртыға тиклем Башҡортостанда тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтәсәк. Сарала ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамы буйлап Салауат Юлаев майҙанына тиклем барасаҡ. Ә республика Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, дәүләт һәм республика наградаларын көндөҙгө сәғәт 4-тә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында тапшырасаҡ. Тантаналы сараларҙы байрам концерты менән тамамлау күҙаллана.
Читайте нас в