Уларҙың 13 - 15 июлдә генә асылыуы ихтимал. Был коронавирус менән бәйле, әлбиттә. Ни тиһәң дә, сирләүселәр артыуҙан туҡтамай шул әле. Республикала СOVID-19 вирусын йоҡтороусылар һуңғы тәүлектә тағы 48 кешегә күбәйгән, шулай итеп, уларҙың һаны 5 мең 315-кә еткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле дауаханаларҙа 693 кеше ята, уларҙың 32-һе ауыр хәлдә. 1 мең 734 сирле өйҙә дауалана. Бөтәһе 2 мең 870 кеше һауыҡҡан.