-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 12:52

Балалар 1 сентябрҙә мәктәпкә барасаҡ

Был ҡороғорвирус пандемия уҡыусыларҙы күпме саранан мәхрүм итте. Быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусыларының "Һуңғы ҡыңғырау" байрамын да онлайн режимда үткәрергә мәжбүр булдылар бит. Әле лә имеш-мимештәр тынмай. Йәнәһе, алдағы уҡыу йылы ла дистанцион рәүештә башланасаҡ. Балаларын I синыфҡа бирәсәк атай-әсәйҙәр ҙә кескәйҙәрҙең матур мәктәп формаларын кейеп, сәскә гөлләмәләре тотоп тәүге тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асыр көнөн көтә, ҡайһылары, был насип булырмы икән, тип шикләнә. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов һорауға асыҡлыҡ индерҙе.

Ул кисә, 29 июндә, 1 сентябрҙә уҡыусылар мәктәпкә барасаҡ, белем усаҡтарында эпидемиологик һаҡланыу саралары көсәйтеләсәк, әле төбәктәр менән эш алып барыла, тип белдерҙе.
Июнь урталарында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова ла, ил уҡыусылары 1 сентябрҙә мәктәпкә бара алыр, моғайын, тигәйне.
Шулай булһын инде, алдағы уҡыу йылында белем усаҡтары балалар тауыштарынан гөрләп торһон.
Читайте нас в