Коронавирус менән бәйле хәл тотороҡланды, тиһәң дә була. Әммә сикләүҙәрҙе йомшартырға иртәрәк әле. Бына нисәнсе көн инде вирус йоҡтороусылар һаны бер үк һанға артып тик тора шул. Бер ҙә кәмеү яғына бармай: 50 тирәһе кеше сирлеләр һанын тулыландыра. Дауаханала ятыусылар ҙа күп кенә. Шуға ла иркенәйеп китергә ярамай. Юғиһә, коронавирусҡа ышаныс юҡ, яңынан карантин иғлан итергә мәжбүр булған дәүләттәр ҙә бар бит: Израиль, Ҡаҙағстан... Һаҡланғанды Аллаһы Тәғәлә лә һаҡлар, тигәндәй, битлек режимы ла бөтөрөлмәй әле. Социаль аралыҡ һаҡлау, комендант сәғәте лә ғәмәлдә ҡала.