+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 10:07
Музыка мәктәбенә - яңы музыка ҡоралдары
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың балалар музыка мәктәптәре яңы музыка ҡоралдары менән байытылыуын дауам итә.
Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә лә яңы рояль һәм Kawai пианиноһы килтерелде. Шулай уҡ "Мәҙәни мөхит" төбәк проекты буйынса ла был мәктәп яңы скрипкалар, баяндар, аккордеондар, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ҡурайҙар алғайны.
Белем усағында 350-нән артыҡ бала шөғөлләнә. Улар араһында республика, халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре булған һәләтле йәш музыканттар бик күп.
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в