Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 10:43

Башҡортостан тәүге ун төбәк иҫәбендә!

9 июлдә Владимир Путин яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе.

Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева белдереүенсә, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеп, беренсе тапҡыр тәүге ун төбәк иҫәбенә ингән. Унан алда республика 16-сы урында ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бында федераль үҙәктең әһәмиәтен билдәләп, Владимир Путинға иҡтисади үҫешкә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Әле республикала бизнес менән фәнде берләштереү мәсьәләһе тикшерелә, Евразия ғилми үҙәге ойошторолдо. Ҙур структуралар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашырға уйлайбыҙ, булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине республика етәксеһе.

Читайте нас в