+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:49
"Бейеүсе торналар" шоуы көнөнә ярты сәғәт кенә буласаҡ
Өфөләге ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы үҙенсәлекле фонтандың асылыуы тураһында яҙғайныҡ инде.
Бик матур урын. Тик бына «Бейеүсе торналар» фонтанының яҡтылыҡ-музыкаль шоуын күрергә теләүселәргә унда киске сәғәт 10-сы яртынан 10-ға тиклем генә барырға кәрәк буласаҡ. Был турала ҡала мэрияһынан хәбәр иттеләр. Ә иртәнге 10-дан төнгө 12-гә фонтан ғәҙәти режимда эшләй. Рәхим итегеҙ.
Әлегә республикала күмәк халыҡ йыйылған урындарҙа битлек кейеү режимы тамамланмаған, коронавирустан һаҡланыу саралары тураһында ла онотмағыҙ, дуҫтар.
Читайте нас в