-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 00:14

Стәрле матурлана

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһының яр буйы төҙөкләндерелә.

Унда йәйәүлеләр йөрөр өсөн тротуар, велосипед юлы, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған. Иҫке балалар ҡаласығы яңы хәүефһеҙ майҙансыҡҡа үҙгәртелгән. "Самауыр" шишмәһе лә яңыртылған.
Стәрле йылғаһы ярында төҙөкләндереү эштәре киләһе йылда ла дауам итәсәк. Быйыл Хоҙайбирҙин урамынан Баҡса урамына тиклем эшләнһә, 2021 йылда 23 Май урамынан Хоҙайбирҙин урамына тиклемге өлөшө төҙөкләндереләсәк.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән.

Читайте нас в